

Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре, шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, уларҙы арбаусылар, ноҡотсолар, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыусылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр. Башҡорт халҡының ырымдар, имдәр ярҙамында дауалауы тураһында тәүге мәғлүмәтте 1773 йылда П.С. Паллас яҙып ҡалдырған.
Халыҡ күңелен дауалаусылар һәм кендек инәйҙәре төрлө йүнәлештә эш итеүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Бөгөн медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар.
Ҡот ҡойоусы Дилара апай
Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова ла абруйлы нәҫелдән. Олатаһы (әсәһенең атаһы) әүлиә Әнүәр хәҙрәт – данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәттең остазы Ғабдулла ишан Сәидиҙең улы. Әсәһе Зәйтүнә апай — тирә-яҡта билдәле халыҡ табибы. Ул бигерәк тә кендек әбейе булараҡ киң танылыу алған. Дилара әсәһенән ҡот ҡойоу, тәнде һылау, эсте, мейене ултыртыу, өшкөрөү кеүек имләүҙе үҙләштергән. Әйткәндәй, Зәйтүнә апайҙың был шөғөлө биш ҡыҙына күскән: өлкән ҡыҙы Мәзүнә Өфөлә Тибет медицинаһы буйынса кешеләрҙе ҡабул итә, Хәмдиәне күптәр оҫта массаж яһаусы булараҡ белә, Гөлназ да ярҙам һорап килеүселәрҙе дауалай. Төпсөк һеңлеләре Гөлсирә генә әле бындай эшкә тотонорға баҙнат итмәй. Ваҡыты еткәс, уның ҡулының шифаһын күптәр татыр әле, тип йылмая Дилара апай.
Әсәләренең доғаларының тылсымы, ҡулдарының име бөгөн ҡыҙҙарына ла күскәнлеген күптән түгел Әбйәлил һәм Баймаҡ районында үткән “Ер ҡото” халыҡ дауалаусылары этномәҙәни фестивалендә шәхсән күреп, танышырға насип булды.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Дилара Мөхөтдин ҡыҙы ҡулланған боронғо сүмес Ғабдулла Сәиди олатаһынан ҡалған.
– Кешегә ҡот ҡойһаң, уның йөҙө нурланып, хәле еңеләйеп китә, – ти Дилара апай. – Уны төрлө ерҙә төрлөсә ҡоялар. Теләге булған һәр кем бындай имләүҙе башҡара ала, тик ул биш намаҙын ҡалдырмаҫҡа, саф, иманлы булырға тейеш, юғиһә ауырыуҙың бөтә гонаһтары үҙенә күсә.
Ҡот ҡойоу өсөн ауырыуҙы, башына яулыҡ ябындырып, ҡиблаға ҡаратып ултыртаһың. Бисмилләһир-рәхмәнир-рахим, тип сирленең башынан тотоп, “Фатиха”, “Кәүсәр”, “Ҡонот”, “Салауат” сүрә-доғаларын уҡыйһың. Бәләкәй сүмескә ҡурғаш киҫәген һалаһың, өҫтөнә аҙ ғына май тамыҙып, утҡа иретергә ҡуяһың. Артабан төрлө һамаҡ әйтеп, ирегән ҡурғашты ҡурҡҡан кешенең баш өҫтөндә тотоп, һалҡын һыулы сеүәтәгә ҡояһың. Ҡурғаш һыуға шыжлап төшә, кеше нимәнән ҡурҡҡан, шуның һыны ята. Ҡотто йөрәк рәүеше төшкәнсе, өс тапҡыр һалалар. Сир аҙған осраҡта күберәк тә һалаһың. Ҡурғаш йөрәк һыны булып төшкәс, уны алып, ҡот ҡойҙороусының ауыҙына ҡаптыралар, сеүәтәләге һыуҙы ике-өс ҡалаҡ эсерәләр ҙә артабан уның күҙ-башын йыуалар, йөрәк тапҡырына һөртәләр. Төшкән ҡотто, йәғни ҡурғашты, ауырыуҙың үҙенә бирәләр.
Тел-теш ҡырҡыу
Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Фәрхәнә Иҫәндәүләтова ҡот ҡоя, тел-теш, тышау ҡырҡа, әрмегә йыйынған егеттәргә бетеүҙәр яҙып бирә, имләй. Унан беҙ ҙә тел-теш ҡырҡыу серен уртаҡлашыуын үтендек.
Әйткәндәй, күптәр шәхси тормошонда уңышһыҙлыҡҡа осраһа йәки эшендә ауырлыҡтар килһә, йыш сирләһә йә бер туҡтамай башы ауыртһа, имсе инәйҙәргә барырға мәжбүр була. Шулай уҡ кеше тураһында төрлө ғәйбәт таратһалар, уны юҡҡа рәнйетһәләр, ул туҡтауһыҙ иҫнәй, йыш ауырый башлай. Хәле бөтә, ашағыһы килмәй, бер эшкә лә күңеле төшмәй, йоҡо баҫа. Ҡайһы бер осраҡта уның менән бергә башҡа ғаилә ағзалары ла, хатта малы ла ауырый. Тап шундай хәлгә тарыусыларға тел-теш ҡырҡтырырға кәрәк тә инде.
Бөгөн был эште теүәл һәм дөрөҫ итеп башҡарыусылар бик аҙ, хатта ҡайһы бер төбәктәрҙә тел-теш ҡырҡыу йәки тел-теш төйөүҙе белмәйҙәр ҙә. Ҡот ҡойоу, имләү, тел-теш ҡырҡыу кеүек халҡыбыҙҙың борондан килгән һауыҡтырыу алымдары киң ҡулланылған. Бындай ырымды башҡарыусыларға тылсым көсө, ғәҙәттә, нәҫелдән күсә. Бала саҡтан әсәһенән күреп үҫкән Фәрхәнә Мират ҡыҙына ла дауалау-өшкөрөү һәләте нәҫелдән бирелгән. Уның шифалы ҡулдары күптәргә ярҙам иткән, бетеүҙәре яман күҙҙәрҙән һаҡлаған. Инәй беҙҙе лә тел-теш ҡырҡыу име менән яҡындан таныштырҙы.
– Элек-электән тел-теш бетеүе кешенең һәм мал-тыуарҙың һаулығына булышлыҡ итә, яман уйлы әҙәмдең күҙ тейеүенән һаҡлай тип һаналған. Уны бик ҡырҡып та бармағандар, сөнки имсегә ярҙам һорап килеүсенең дә, яман уйлы кешеләрҙең дә гонаһын үҙенә күтәреп йөрөргә тура килгән. Епте кемдер күҙенең төҫөнә тап килгәненә өҫтөнлөк бирһә, икенселәре сағыуыраҡтарҙы хуп күрә. Артабан үлсәп алынған епте 41 төйөнгә төйнәйһең. Һәр береһен доғалар уҡып, өрөп төйнәргә кәрәк. 41 төйөнлө бау әҙер булғас, ундағы һәр төйөндөң уртаһынан ҡайсы менән ҡырҡаһың, һәр төйөндө ҡырҡыр алдынан шундай һүҙ әйтелә:
Имләтеүсе: Ни ҡырҡаһың?
Имсе: Тел-теш ҡырҡам.
Был йоланы башҡарыусы мотлаҡ биш намаҙын ҡалдырмаҫҡа тейеш, имде ысын күңелдән башҡарырға кәрәк, – ти Фәрхәнә инәй.
Һәр төйөн шулай ҡырҡып сығылғас, аҙаҡ бөтә ептәр бер ҡағыҙға төрөлөп, тағы ла доға уҡылып, хужаһына тапшырыла. Был тел-теште ул үҙенең йортоноң иң тышҡы тупһаһының тәүге баҫҡысының аҫтына (ергә күмергә лә мөмкин) һалып ҡуйырға тейеш. Бетеү шунда ятып, сереп юҡҡа сыға.
Шулай уҡ тел-теш бетеүенең икенсе төрө – ул кешенең һул ҡулына бәйләнгән еп. Бындай бетеү төрлө ауырыу-зәхмәттән, күҙ тейеүҙән, төрлө рәнйеүҙәрҙән, кеше һүҙенән һаҡлай, тип иҫәпләнә. Фәрхәнә инәйебеҙ уныһын да беҙгә эшләп күрһәтте.
– Тел-теш ҡырҡыуҙың бындай төрө – яҙылмаған, епкә өрөп, төйөлгән бетеү, тип атала. Был осраҡта ете төйөн төйнәлә, шулай уҡ һәр береһен доға менән өшкөрөп төйнәйһең. Бындай бетеү имләтеүсенең эшен ыңғайлата, яуыз уйлы кешеләрҙең уға ҡарата юлын тотҡарлай, уны һөйләүселәрҙең телен тотлоҡтора, – ти имсе.
Күптәр, бигерәк тә дин тотоусылар тел-теш ҡырҡтырыуға кире мөнәсәбәттә, әммә халҡыбыҙҙың борондан килгән им-томон, ырымдарын бөгөнгә тиклем һаҡлаусыларҙың, уларға әле булһа ярҙам һорап килеүселәрҙең булыуы бер кемгә лә сер түгел.
Эс һылау
Эс һылау йәнә бер сихәтләнеү төрөнә инә. Күптәр уны кешегә массаж эшләү тип уйлап тәрән яңылыша. Бының менән шөғөлләнгән халыҡ дауалаусыларына күп осраҡта балаға уҙа алмаған ҡатын-ҡыҙ мөрәжәғәт иткән.
Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылынан Фәриҙә Сафиуллина 42 йәшенән башлап эс һылау менән шөғөлләнә, ул күп ҡатын-ҡыҙға әсә булыу бәхетен бүләк иткән.
– Хәҙер минең әллә күпме балам бар, шөғөлөмдөң һөҙөмтәһен күреү шатландыра, көс өҫтәй, – ти ул. – Миңә ярҙам һорап килгән кешене йылы мунсала ҡарайым, эсен һылайым. Йылыла уның тәне йомшара, ипкә килә. Май ярҙамында эсен һылап, күтәреп бәйләп ҡуям. Бөгөн күптәр эсе түбәнәйеүҙән генә түгел, ә тотош эске ағзаларының түбән төшөүенән ыҙалай. Һөҙөмтәлә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары сиренә дусар була. Миңә күп осраҡта бәпәйгә уҙа алмаған ҡатын-ҡыҙ килә, аҙаҡ ауырға ҡалып, рәхмәттәрен уҡып китә, ҡайһы ваҡыт сабыйҙарын да алып килә. Шулай уҡ быуын да ултыртам, өсйән имләйем.
Ҡасандыр “иҫкелек ҡалдығы” тип юҡҡа сығарылыуға һәм халыҡ араһында уны ҡулланыуҙы тыйыуға ҡарамаҫтан, йәшерен рәүештә булһа ла халыҡ медицинаһының ҡайһы бер йүнәлештәре һаҡланып ҡалған, халыҡ дауаланыусылары һәм имселәр булған. Уларҙың ярҙамына һәм дауаһына мөрәжәғәт итергәме-юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә.
- Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы