Йәмғиәт
9 Сентябрь 2022, 07:00

Ҡотҡарыусыларын эҙләп тапҡандар: "Һин иң яҡшыһы!"

Иң мөһиме - ике йәшлек малай иҫән ҡалды.

Ҡотҡарыусыларын эҙләп тапҡандар: "Һин иң яҡшыһы!"Ҡотҡарыусыларын эҙләп тапҡандар: "Һин иң яҡшыһы!"
Ҡотҡарыусыларын эҙләп тапҡандар: "Һин иң яҡшыһы!"

26 августа Өфөнөң Ленин урамындағы йортто “ҡыҙыл әтәс” ялмап алғайны. Уны 22-се янғын һүндереү отряды хеҙмәткәрҙәре һүндерҙе. Улар унда йәшәгәндәрҙе, шул иҫәптән Рузановтарҙы – Кристина һәм уның ике йәшлек улын – ҡотҡарҙы. Ҡатын менән малай Өфөләге 22-се ҡала клиник дауаханаһының реанимация бүлексәһенә оҙатылды.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, күптән түгел Кристина һәм уның улы үҙҙәренең ғүмерен ҡотҡарыусыларҙың эш урынына килгән. Улар янғын һүндереүселәргә бик үҙенсәлекле торт һәм ихлас күңелдән теләктәр яҙылған открытка бүләк иткән.

Афарин! Ваҡытында әйтелгән рәхмәткә, күрһәтелгән хөрмәткә бер ни етмәй шул!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡотҡарыусыларын эҙләп тапҡандар: "Һин иң яҡшыһы!"
Ҡотҡарыусыларын эҙләп тапҡандар: "Һин иң яҡшыһы!"
Ҡотҡарыусыларын эҙләп тапҡандар: "Һин иң яҡшыһы!"
Ҡотҡарыусыларын эҙләп тапҡандар: "Һин иң яҡшыһы!"
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас