

Халҡыбыҙ элек-электән умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Ул шул тиклем үҫешкән, хәҙер инде уны айырым фәнгә тиңләйҙәр. Башҡортостанда апитерапия үҙәге булдырылды, башҡорт балы бөтә донъяла танылыу тапты.
Балтас еренең дә уңған, егәрле, тырыш, булдыҡлы, тынғыһыҙ умартасылары бар. Еңел булмаған шөғөлдө быуындан-быуынға тапшырып килгән Исламовтар династияһының, мәҫәлән, дөйөм умартасылыҡ стажы – 100 йыл.
Атаһы Нурислам һөйләгән иҫтәлектәрҙе яңыртып, Йәмил Исламов әйтеүенсә, 1958 йылдың 24 майында Тутағас ауылының халыҡ телендә “Имәнлек” тип йөрөтөлгән урынында бал булмай. Урта Йылға менән Гәрәйкә ауылдары араһындағы бер яланға 48 умартаны күсерәләр.
Был йылдарҙа Тутағас, Мағашлы-Алмантай, Урта Йылға, Гәрәйкә, Ташлы-Йылға ауылдарын берләштергән “Сигнал” колхозы рәйесе вазифаһында Вәсфи Вәсимов эшләй. Урта Йылға ауылынан Нурислам Шәйхелисламовты умартасы итеп ҡуялар. Ҡышҡы айҙарҙа Тәтешле районында умартасылар әҙерләү курсын тамамлап ҡайта ул. Теләп, яратып үҙләштерә һөнәрен.
Умарталыҡта өй һалалар, атаһы Шәйхелислам Абраров биләмәне ҡарауыллай. Бирелеп, ҙур теләк менән эшкә тотона Нурислам Шәйхелисламов. Уңған нәҙекәйбилдәрҙең ауырыуҙарына ҡаршы ваҡытында эшкәртеүҙәр үткәрә, алдан рамдар, балауыҙҙар хәстәрләй. Умартасы кешенең бөтмәҫ мәшәҡәттәренә күмелә һәм тырышлыҡтың һөҙөмтәһе лә көттөрмәй. Шул уҡ йылда 12 центнер бал алалар, умарталар һанын 75-кә еткерәләр.
Бөйөк Ватан һуғышын үткән ветеран Нурислам Шәйхелисламов 69 йәшенә еткәнсе, йәғни 1984 йылға тиклем, умартасылыҡта эшләй. Улдары Йәмил менән Әнғәмде лә ошо һөнәрҙең нескәлектәренә төшөндөрә. Бөгөн Йәмил Нурислам улының үҙенең дә умарталығы бар. “Луч” йәмғиәте умартасылығы эшмәкәрлеге лә уның яуаплылығында.
Йәмилдең бер туғаны Әнғәм Исламов та умартасы. Благовещен районының “Рощинский” совхозында 25 йыл умартасы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Йәмил Исламовтың кесе улы Айнур быйыл һигеҙенсе класта уҡый. Әсәһе Светлана Зыя ҡыҙы менән йорттағы шәхси умарталыҡта эшләйҙәр.
Һүҙемде Йәмил Исламовтың өлкән улы Азат менән Гөлшат Исламовтар тураһында дауам иткем килә. Улар һәр йәйҙәрен Бүләк ауылындағы шәхси умарталыҡта үткәрә. Белем алған пар, күп тиҫтерҙәре кеүек, тормошто ҡала ерендә лә ҡора алыр ине, әммә улар ауылды һайлаған.
Хәләл көс менән тир түгеп табылған татлы ризыҡ менән күп кешегә һөйөнөс килтерәләр. Экологик яҡтан таҙа, тәбиғәт ҡосағында (йүкә урманы эсендә) урынлашҡан ауылда иң шифалы, иң татлы һутты йыя Исламовтарҙың бал ҡорттары. Ундай балға, әлбиттә, халыҡта ихтыяж да ҙур.
Ҡасандыр тормош һүрелеп ҡалған Бүләк ауылына йәнлелек, яңырыуға, йәшәреүгә өмөт өҫтәгән кешеләр булараҡ та ҡарайҙар Исламовтарға.
Районда йорт янына тиклем түләүһеҙ газ индереү тураһындағы закон уңышлы тормошҡа ашырыла. Оҙаҡламай Бүләк ауылында ла газлы буласаҡтар. Ә бит, күп йылдар элек нәҡ шул уңайлыҡтар булмау сәбәпле, ауылдан халыҡ күпләп ситкә күсенгән. Килер бер көн, Бүләктә лә тормош яңырыр әле.
- Аида ХӘЙРЕТДИНОВА
Балтас районы