

Учалы районына сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған Владислав Саламатовтың ғаиләһенә барҙы. Төбәк Башлығы өлкән сержанттың ата-әсәһе - Игорь Александрович һәм Наталья Ивановна менән һөйләште, уларға улдарының генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Владислав Саламатов 2020 йылда Павел Аносов исемендәге Златоуст индустриаль колледжының Казачий кадет корпусын тамамлай. Быйыл әрме сафына баҫа һәм хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөй. Өлкән разведчик март айында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған.
Владиславтың ата-әсәһе Ашығыс ярҙам станцияһында хеҙмәт итә. Радий Хәбиров Игорь Александрович менән Наталья Ивановнаға лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ватан һаҡсыларының яҡындарына республика тарафынан һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеләсәк, тине ул.
Сығанаҡ һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/157500.html