Йәмғиәт
9 Сентябрь 2022, 05:00

Матур кейенеп ҡунаҡҡа түгел... урманға барғандар

Учалынан ижади булмышлы уҙаман Булат Пирғәлин Милли кейем көнөнә арнап сираттағы видеояҙмаһын төшөргән. Был юлы улар бер аҙ шомло ла, серле лә урынға барған...

Матур кейенеп ҡунаҡҡа түгел... урманға барғандарМатур кейенеп ҡунаҡҡа түгел... урманға барғандар
Матур кейенеп ҡунаҡҡа түгел... урманға барғандар

Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул түбәндәге юлдарҙы ҡалдырған.

“Учалы төбәгенең Уй йылғаһы башында, Уйташ, Нәрәле тауҙары итәгендә кеше аяғы баҫмаған урындар бихисап. Һәм беҙ оҫта ҡурайсы һәм музыкант Әмир Ғатаулла улы Ҡаһарманов менән был сихри, хатта бер аҙ шомло, серле яҡтарға осраҡлы ғына килмәнек, ҡурай менән думбыра көйҙәре тәбиғәт моңона үрелеп китергә һәм берҙәм композиция булдырып, тап ошонда яңғырарға тейеш, тип уйланыҡ.

Милли кейем өсөн этнография белгесе Фәнүр Фәнит улы Шаһиевҡа рәхмәт. Һауанан видеоны Илдус Аҡҡужин төшөрҙө.
Барығыҙға ла иҫәнлек һәм изгелек теләп ҡалабыҙ!”  –  тип яҙған Булат Пирғәлин.

Фото: geocaching.su

Видео: Булат Пирғәлин.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас