

9 сентябрҙә “Төнгө бүреләр” мотоклуб ағзалары Горловка (Донецк Халыҡ Республикаһы), Волгоград, Һарытау, Һамар ҡалалары аша Өфөгә, Салауат Юлаев һәйкәле майҙанына килде. Ҡунаҡтарҙы Өфө технология һәм дизайн колледжы, Өфө сауҙа-иҡтисади колледжы, Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы һәм башҡа белем усаҡтары студенттары һәм Республика уҡыусы йәштәрҙең мәҙәни үҙәге, Республика Балалар имгәнеүе буйынса ресурс үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды.
Байкерҙарҙың патриотик мотоуҙышына 4 сентябрҙә Горловка ҡалаһында старт бирелгәйне. Унда тантаналы сарала сәйәхәтселәргә “Кузбасс–Донбасс” саңғы уҙышына бағышланған күмерҙән эшләнгән стела макетын, Донбасс шахтаһының иң төбөнән алынған күмерҙе тапшырғандар. Артабан колоннаның юлы Магнитогорск, Ҡурған, Омск, Новосибирск ҡалалары аша дауам итәсәк. “Төнгө бүреләр” 29 сентябрҙә Кемеров ҡалаһында финиш һыҙығын киҫеп үтәсәк. Юлдың дөйөм оҙонлоғо – 5400 километр.
Әйткәндәй, 2022 йылда Горловка һәм Прокопьевск ҡалалары (Кемеров өлкәһе) туғандаш ҡалаға әйләнде. Тап ул X “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы ағзаларына “Донбасс-Кузбасс” тип аталған беренсе мотоуҙышты уҙғарырға булышлыҡ итте лә инде. Маҡсат – Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына ярҙам итеү һәм 1935 йылда булған “Кузбасс-Донбасс” исемле саңғы уҙышында (4400 километр) ҡатнашҡан Кузбасс спортсыларына дан йырлау.
Һәр ҡалала төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған. Тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе тергеҙеүгә, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының исемен мәңгеләштереүгә, спорттың техник төрҙәрен таратыуға арналған һәм бүтән саралар буласаҡ.
“Кемеров өлкәһенең мотоцикл спорты федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Кирилл Цвенгер әйтеүенсә, байкерҙарҙы Өфө киң ҡоласын йәйеп ҡаршы алған, ҡала оҡшаған, айырыуса кешеләрҙең асыҡ булыуы, ҡунаҡсыллығы хайран иткән. Шуның өсөн дә юлдағы бар арыуҙар ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡҡан.
– Бындай саралар халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығыта, егеттәр күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләй, – тине тыумышы менән Прокопьевск ҡалаһынан булған Кирилл Дмитриевич. – Донбасс менән Кузбасс халыҡтары араһында уртаҡлыҡтар күп. Шуларҙың береһе – уларҙың икеһендә лә күмер табалар. Ә беҙҙә халыҡтың 50 проценты күмер шахтаһында эшләй.
Байкерҙар Римма Баталова исемендәге Башҡортостан Спорт әҙерлеге үҙәгендә булғандан һуң юлдарын дауам итәсәк.
Фото: Илдар Аҡъюлов.