

Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарға яҙылыу ауыр бара. Берәүҙәр ваҡытлы матбуғат хаҡының үтә ҡыйбат булыуына зарлана, икенселәр уны таратыу мәсьәләһен, гәзит-журналдарҙы ваҡытында килтермәүҙәрен төп сәбәп итә. Шулай ҙа матбуғат менән электән дуҫ булған, әле лә үҙҙәре яратып уҡыған гәзит-журналдарына тоғро ҡалған дуҫтарыбыҙҙың байтаҡ булыуы һөйөндөрә.
“Башҡортостан” гәзитен оҙаҡ йылдар алдырып уҡыған дуҫтарыбыҙ менән осрашыу – беҙгә лә оло ҡыуаныс. Уларҙың береһе Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәй, икенсеһе – Сибай ҡалаһынан. Баҫмабыҙ үҙенең 105 йыллыҡ юбилейын билдәләгән ваҡытта уның тоғро дуҫтары менән яҡындан таныштыҡ.
“Гәзитте әрмелә лә алдырып уҡыным”
Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылындағы күркәм ике ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәй Ишмөхәмәт Ильясов. Сығышы менән Әлмөхәмәт ауылынан, данлыҡлы заттан. Атаһы Ғәлиәкбәр Фазылйән улы, Себер тарафтарына репрессияланып, аҙаҡ аҡлана. Өс йыл да өс айҙан ул тыуған яғына ҡайта һәм алтын приискыһында эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡырыҫ Себер елдәре уның һаулығын ҡаҡшата, күп тә үтмәй, вафат була. Ишмөхәмәт Ильясовтың бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килә. Әсәһе бер үҙе биш баланы аяҡҡа баҫтыра.
– Бала сағымды хәтерләһәм, аптырайым. Әсәйем мәрхүмә нисек итеп беҙҙе аслыҡ-яланғаслыҡтан һаҡлап алып ҡалды икән? Атайым үлгәндә миңә – дүрт, апайыма – ете, бәләкәй ҡустыма ике генә йәш ине. Ике өлкән апайҙарыма 16 һәм 19 йәш, улар ғаиләнең төп таяныстары булды. 1944 йылда өлкән апайым Әлнисәне ФЗО-нан ҡасты тип төрмәгә ултырталар, тик ул унда эшләмәй ҙә ине. Уртансы апайым Бибиниса, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Баҡырүҙәктә йәшелсә үҫтерҙе, Оло Ҡыҙыл йылғаһынан ағас ағыҙҙы. Бала сағым бик ауыр осорға тура килһә лә, беҙ сынығып, эшкә күнегеп үҫтек, – ти әңгәмәсем.
Атайлы балалар алдында үҙен кәм тоймаҫҡа, юғалып ҡалмаҫҡа тигән тормош принцибына бер ваҡытта ла хыянат итмәй ул. Шуғалыр ҙа эше лә һәр саҡ уң була, хыялдары тормошҡа аша. Уның тормош юлын бәйән иткәндә, бер нисә гәзит бите лә етмәҫ, хатта күргән-кисергәндәренән кино төшөрөргә лә мөмкин. Әммә мин Ишмөхәмәт Ильясовтың икенсе бер сифатына иғтибарҙы йүнәлткем килә: 1958 йылдан алып ул “Башҡортостан” гәзитен уҡый. Әрмелә хеҙмәт иткән ваҡытында хат аша “Совет Башҡортостаны” гәзитен һорап алдырып уҡый. Гәзиткә булған һөйөүме, әллә үҙенең ижадҡа тартылыуымы, уны үҙе лә аңлата алмай, шулай ҙа ул ваҡытта ике ай редакцияла эшләп алырға өлгөрә.
– Әрмелә төрлө милләт егеттәребеҙ. Миңә хат менән “Совет Башҡортостаны”н килтерһәләр, үҙе бер байрамға әйләнер ине. Гәзитте татары ла, ҡаҙағы ла, хатта урыҫы ла һорап алып уҡый торғайны, аңламаған ерен үҙемсә аңлатып бирәм. Шул гәзит һалынған хаттар әрме хеҙмәтемдәге иң матур хәтирә булып күңелемде йылыта. Шул ваҡыттан алып гәзитте алдырмаған бер йылым да юҡ. Бына быйыл да яҙылдым, әммә беҙҙең урамға хат ташыусы һирәк йөрөй, почтаны ваҡытында килтермәйҙәр, – ти Ишмөхәмәт Ғәлиәкбәр улы.
Уның өҫтәлендә шулай уҡ “Осҡон”, “Абзелил”, “Йәшлек” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары ла урын алған. “Башҡорт телендә сыҡҡан ваҡытлы матбуғатты алдырып, аҙ булһа ла тираждарын арттырырға ярҙам итәм” тигән һүҙенә “афарин”дан башҡа ни әйтәһең инде!
Һуңғы йылдарҙа Ишмөхәмәт Ильясов эшҡыуарлыҡҡа ныҡлап тотона. Асҡар ауылын йәмләп ул төҙөткән бер нисә магазин, кафе әле лә балҡып ултыра, тик ҡатыны Венера ханым вафат булғас, ҡайһыларын ҡуртымға бирергә тура килгән. Улар ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирә. Бөгөн уның ете ейән-ейәнсәре бар, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хан һарайылай йортонда балаларына ауырлыҡ һалмай яңғыҙы донъя көтә. Бар ерҙә таҙалыҡ, баҡсаларында емеш-еләк, йәшелсә үҫә, донъяһы йәштәргә өлгө булырлыҡ!
Ысынлап та, геройымдың һәр уйы, һәр хыялы тормошҡа ашыусан. Бынан бер нисә йыл элек уның тырышлығы менән Әлмөхәмәт биләмәһе хакимиәте бинаһында ауыл Советының тәүге рәйесе, ошо вазифаны 1919–1927 йылдарҙа башҡарып, аҙаҡ репрессияға эләгеп аҡланған Ғәлиәкбәр Фазылйән улы Ильясов хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. Йылдар дауамында үҙҙәренең нәҫел-нәсәбен барлап, шәжәрә төҙөп, туғандарын табып, төрлө архивтарҙан мәғлүмәттәр йыйып, үҙнәшер юлы менән “Үрелгәндә тауҙарға” тип аталған китабын баҫтырып сығара. Әле икенсе китабы өҫтөндә эшләй. Ишмөхәмәт Ильясовтың яҙған шиғыр-поэмалары ла бик күп, уларҙың күбеһе ваҡытлы матбуғатта донъя күргән. Һәр саҡ көндәлек алып барған ул, уныһы – үҙе бер тарих.
83 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, әле лә хәрәкәттә, яҙғандарын компьютерҙа йыйып, йыйынтыҡты әҙерләһенме, йә булмаһа “тимер ат”ын йүгәнләп, ҡасандыр үҙе төҙөгән социаль объекттарҙы ҡарап, район үҙәгенән елдереп йөрөп ҡайтһынмы, баҡса һәм ҡурай еләктәрен тәрбиәләп, ҡыҙҙары килеүгә мул уңыш йыйып ҡуйһынмы – барыһына ла өлгөрә.
– Гәзиттә барыбер тәнҡит етешмәйерәк, ҡыҙым. Шуға иғтибар итһәгеҙсе... Ауыл тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләр күберәк кәрәк, ҡалған яңылыҡтарҙы беҙ телевизорҙан да ҡарайбыҙ, ә бына ябай халыҡтың тормошо, республикала үҙ эшен асҡан йүнселдәр менән “Башҡортостан” биттәрендә танышабыҙ, – тигән теләген дә еткерҙе ул.
66 йыл "Башҡортостан" менән бергә
Гәзитебеҙҙең йәнә бер тоғро дуҫтарының береһе Сибай ҡалаһында йәшәй. Сания Хөснөтдинова 1956 йылдан алып “Башҡортостан”ға яҙыла.
Уның да бала сағы ҡәһәрле яу осорона тура килә. Һуғыш балаһы булараҡ, бөгөн уның күкрәгендә миҙал ялтырай.
Сания Закирйән ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһенә 42 йыл стаж яҙылған, шуның 30 йылы – Сибай баҡыр-көкөрт комбинатының карьерында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ер аҫтында эшләп, ауырлыҡтарҙы кисерергә тура килгән нәзәкәтле ҡатынға, кемдеңдер дөрөҫ яҙмауы сәбәпле, 45 йәштән хаҡлы ялға сығырға тура килмәй. Шулай ҙа бирешмәй ул, тағы ла ун йыл тирәһе эшләй.
Сания Хөснөтдинованы лайыҡлы рәүештә таусылар ҡалаһы үҫешенә тос өлөш индереүселәрҙең береһе тип билдәләргә мөмкин. Тормош иптәше Рәйес Хөсәйенов менән дә тап комбинатта эшләгән ваҡытта осраша һәм, күп тә үтмәй, ғаилә ҡора. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы биш балалары донъяға килә.
Белем алыуға теләге ни тиклем ҙур булһа ла, уҡыу бәхете тәтемәй инәйгә. 10 йәшендә генә беренсе класҡа бара, 18-е тулғас, хеҙмәт юлын башларға тура килә. Шуғалыр ҙа ул китап уҡырға ярата, күпләп гәзит-журналдар алдыра.
– Яңы ғына эшкә төшкән йылым – 1955-тең аҙағы, туған тейешле апайымдарға барҙым. Өйҙәренә “Совет Башҡортостаны” гәзите килә, уны яратып уҡыйым. Күрәм, апайымдың ҡыҙҙары гәзитте уҡығанымды яратмай, нисектер көнләшкән кеүек. Ҡулыма бер аҙ хеҙмәт хаҡы алғас, киттем почтаға гәзиткә яҙылырға. Шунан бирле, 1956 йылдан алып, "Башҡортостан"- ды яратып уҡыйым, бер ваҡытта ла уға хыянат иткәнем юҡ. Бигерәк тә дини яҙмалар, уңған һәм матур кешеләр хаҡындағы мәҡәләләр оҡшай. Элегерәк гәзиттә повестар баҫыла торғайны, һуңғы ваҡытта улар юҡ, – ти Сания инәй. – Хатта гәзитте ташларға йәлләп, нисәмә йыл һаҡлап барам, хәҙер тотош архив барлыҡҡа килде.
Күҙенән – нур, йөҙөнән ихласлыҡ һәм яҡтылыҡ бөркөлөп торған инәй күптән инде дин юлында, намаҙҙарын ҡалдырмай. Дүрт тапҡыр хажға барған ул. Йорт эсе төрлө матур гөлдәргә күмелгән, баҡсаһында иһә ниндәй генә сәскә үҫмәй! Уңған инәйҙең түтәлдәрендә ҡыяр, помидор, татлы һәм әсе борос, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, сөгөлдөр тәгәрәп ята, еләктәре әле булһа ҡыҙарып бешә. Балалары ярҙамлаша, ейән-ейәнсәрҙәре лә булыша.
Матурлыҡҡа ғашиҡ кешенең донъяһы ла балҡып тора. Ҡала буйынса дүрт йыл рәттән “Иң матур йорт” тигән исемгә лайыҡ булған, әле лә донъяһы йәштәргә өлгө булырлыҡ.
“Гәзитте аҙаҡҡы битенән уҡырға яратам, тәүҙә матур башҡорт кейемендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы, биҙәүестәрен ҡарап, аҙаҡ улар хаҡында яҙылғандарын уҡыйым, сканвордты ла сисеп алам, аҙналыҡ йондоҙнамәгә лә күҙ йүгертәм. Шулай ҙа дини темаларға яҙылған мәҡәләләр айырыуса оҡшай, элек Нурмөхәмәт хәҙрәттең яҙмаларын көтөп ала торғайным”, – ти инәй.
Кемдер гәзиткә яҙылмай, ниндәйҙер сәбәптәр тапһа, ана Ишмөхәмәт Ильясов һәм Сания Хөснөтдиновалар оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, яратҡан гәзиттәренә хыянат итмәй, йыл һайын алдыра. Тап шундайҙар милли матбуғатты таратыуға үҙ өлөшөн индереп кенә ҡалмай, уның киләсәктә йәшәүенә лә ҙур йоғонто яһай.
- Кәримә УСМАНОВА

