Йәмғиәт
9 Сентябрь 2022, 12:10

Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр

Еңеүселәр Сочи ҡалаһында уҙасаҡ КВН командаларының «КИВИН-2023» халыҡ-ара фестиваленә юллама менән бүләкләнде.

Яҡшы кәйеф бүләк иттеләрЯҡшы кәйеф бүләк иттеләр
Яҡшы кәйеф бүләк иттеләр

8 сентябрҙә баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы буйында КВН уйынын яратыусы меңләгән кеше йыйылды. Башҡортостандың төрлө мөйөшөнән 12 команда КВН-дың йәйге кубогы өсөн көрәште. Һәр команда тамашасыларға шаярыу, уйын-көлкө аша яҡшы кәйеф өләште.

БР Башлығы Хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, БР Башлығы гранттары фондының генераль директоры Люциә Сәйфуллина һәм башҡа абруйлы кешеләрҙән торған жюри һәр сығышты етди баһаланы.

Һөҙөмтәлә сараның еңеүсеһе тип Өфөнөң “Ҡатын-ҡыҙҙар дуҫлығы монументы” командаһы танылды.  Еңеүселәр Сочи ҡалаһында уҙасаҡ КВН командаларының «КИВИН-2023» халыҡ-ара фестиваленә юллама менән бүләкләнде.

Тамашала КВН-дың юғары лигаһында уйнаған Красноярскиҙың  “Насар компания” һәм Төмәндең “Союз” командалары сығышы юмор һөйөүселәргә ҙур бүләк булды.

“КВН-дың йәйге кубогы” – Өфөлә ун йыл рәттән уҙғарылып, йыл һайын асыҡ һауала тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итә. Сара  БР Башлығы гранты аҡсаһына ойошторола.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас