

Учалы районына сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған кесе сержант Тимур Килмөхәмәтовтың әсәһе менән осрашты һәм Роза Дамир ҡыҙына улының генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Тимур Килмөхәмәтов Рәсәй хәрби көстәрендә хеҙмәт итә, ә 2019 йылда хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөй. Апрель айында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлана.
Радий Хәбиров Ватан һаҡсыларының яҡындарына республика тарафынан һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеләсәген билдәләне һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығына республика кардиоүҙәге менән берлектә хәрбиҙәрҙең яҡындарына медицина ярҙамы күрһәтеү программаһын төҙөргә ҡушты.
“Иреңде йәки улыңды юғалтыу – ғаилә өсөн ҙур стресс. Иң яҡшы егеттәребеҙ һәләк була. Һәр ваҡыт ата-әсәләрҙән ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында һорайым. Беҙҙең табиптар уларға ауыр юғалтыу ҡайғыһын еңеп сығырға булышлыҡ ҡылыр, тип ышанам. Уларға бергәләп ярҙам итәйек”, - тине республика етәксеһе.
Фото һәм сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/157509.html