Йәмғиәт
10 Сентябрь 2022, 09:30

“Башҡортостандың Урыҫ донъяһы күрһәтә”...

Ижтимағи-мәҙәни  башланғыстарҙы үҫтереү буйынса “Мәҙәни-ара хеҙмәттәшлек үҙәге”  “Башҡортостандың Урыҫ донъяһы күрһәтә...” исемле халыҡ-ара әҙәби-театраль февтивален тормошҡа ашыра

“Башҡортостандың Урыҫ донъяһы күрһәтә”...“Башҡортостандың Урыҫ донъяһы күрһәтә”...
“Башҡортостандың Урыҫ донъяһы күрһәтә”...

Ижтимағи-мәҙәни  башланғыстарҙы үҫтереү буйынса “Мәҙәни-ара хеҙмәттәшлек үҙәге”  “Башҡортостандың Урыҫ донъяһы күрһәтә...” исемле халыҡ-ара әҙәби-театраль фестивален тормошҡа ашыра. Ул Мәҙәни башланғыстар фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Ҡырым Республикаһының Белогорье район хакимиәте ярҙамында башҡарыла.

9 сентябрҙә Ҡырымдың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында 1853-1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышына арналған “Ҡырым һуғышы Рәсәй халыҡтары хәтерендә” тигән түңәрәк өҫтәл уҙғарылды, күргәҙмә ойошторолдо, ошо һуғышта һәләк булған рус яугирҙәренә ҡуйылған иҫтәлекле тамға янына гөлләмәләр һалынды. Башҡортостандың Дәүләт рус драма театры спектаклдәр күрһәтте.

Башҡортостан Башлығының Указына ярашлы, беҙҙең республикала Милли костюм көнө билдәләнде һәм Ҡырым халҡына ла ошо байрамда ҡатнашыу форсаты тейҙе. Л.С. Делямурев исемендәге Үҙәк район китапханаһында Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто был байрамға арналған видео-исем туйы күрһәтте һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас