

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһен үткәрҙе. 2018 йылдан “Башавтотранс” автопаркын 1 006 автобус тулыландырған. Был осорҙа шәхси пассажир ташыусылар 250 яңы машина һатып алған. Ошондай мәғлүмәттәрҙе республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев килтерҙе.
– Был йәмәғәт транспортының күсмә составын ярайһы уҡ яңыртырға мөмкинлек бирҙе, – тине министр. – Өфө юлдарында автобустарҙың уртаса "йәше" – өс йылға, ә республика буйынса 6,5 йылға тиклем кәмене.
Башҡортостан биләмәһендә пенсионерҙар, башҡа льготалы категория граждандары өсөн Берҙәм социаль юл йөрөү билеты ғәмәлдә. Уның хаҡы – 600 һум. Шул уҡ ваҡытта Берҙәм социаль карта буйынса юл йөрөүҙәр һаны бер ай дауамында сикләнмәй.
Шулай уҡ “Алға” транспорт картаһы менән файҙаланған пассажирҙар өсөн “Бәхетле сәғәт” тарифы ғәмәлдә. Ул Дим - Шаҡша станциялары сиктәрендә ҡала сиге буйлап йөрөгән “Башавтотранс”, Өфө электр транспорты, ҡала электричкалары өсөн, шулай уҡ “Башавтотранс”тың ҡала яны дүрт маршрутында көнүҙәк. “Алға” картаһы буйынса тариф сиктәрендә 2019 йылдан пассажирҙар 234 миллион һумдан ашыуға 10,5 миллион самаһы юл йөрөгән.
Республикала легаль булмаған пассажир йөрөтөүселәргә ҡаршы көрәш дауам итә, тип өҫтәне Александр Булушев. ЮХХДИ менән берлектә уҙғарылған рейд саралары һөҙөмтәһендә ҡағиҙә боҙоусыларҙан 48 транспорт тартып алынған һәм махсуслаштырылған автотуҡталҡаға урынлаштырылған.
Башҡортостандың Транспорт министрлығы етәксеһе төбәктә транспортты планлаштырыу документтарын әҙерләүҙәрен хәбәр итте. Был көнүҙәк маршрут селтәрен булдырырға һәм һәр йүнәлештә кәрәкле транспорт һанын билдәләргә мөмкинлек бирәсәк.
Төбәк Башлығы яҡын арала үтәсәк “Транспорт сәғәте”ндә пассажирҙар ташыуҙы артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерергә тәҡдим итте.
– Беҙ йәмәғәт транспортын яңыртыуҙың ҙур этабын үтәнек. Беҙҙең ҡалалар өсөн бер меңдән ашыу яңы автобус һатып алдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ләкин республика райондарында ла хәлде төҙәтергә, ауылдарҙы транспорт бәйләнеше менән тоташтырырға кәрәк.
Фото: fotobus.msk.ru