Йәмғиәт
12 Сентябрь 2022, 14:30

"Бер олоно, бер кесене тыңла"

Республика етәксеһе йәштәрҙе аңларға саҡырҙы.

"Бер олоно, бер кесене тыңла""Бер олоно, бер кесене тыңла"
"Бер олоно, бер кесене тыңла"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:

"Бер олоно, бер кесене тыңла, ти халыҡ. Бына ҡайҙа ул күңел көрлөгө һәм дәрт-дарман! Бөгөн Башҡортостанда – Волга буйы федераль округының “Йәштәр йыйыны-2022” форумы. Беҙҙең йәштәр асыҡ күңелле, ҡыҙыҡлы, улар араһында “iВолга", “Таврида”, “Селигер”, шулай уҡ Рәсәй кимәлендәге “Студент яҙы”, йәнә олимпиадалар, ижади конкурстар, спорт бәйгеләре еңеүселәре бар. Беҙгә йәштәрҙе ишетеү, уй-теләктәрен аңлау, нисек йәшәүҙәрен тойоу бик мөһим. Ошо ҡыҙҙар һәм малайҙар – киләсәгебеҙ. Беҙгә барыбыҙға ла ниндәй бөйөк илдә йәшәгәнебеҙҙе аңлау зарур. Йәштәргә - уңыштар!"

Фото: Р. Хәбировтың видеояҙмаһынан скриншот.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас