

Был сара үҙенә ҡаланың 65 иң яҡшы йортон тупланы.
HoReCa-индустрияһы вәкилдәренең Волга буйындағы был ҙур гастрономик фестивале йәш эшҡыуарҙарҙы ла, рестораторҙарҙы ла берләштерә. Сараға 110 меңгә яҡын кеше килде.
Йылдан-йыл фестиваль күләмлерәк була бара: гастрономик яҡтан да, күңел асыу йәһәтенән дә. Фестиваль сиктәрендә шеф-ашнаҡсылар донъяның төрлө кухняһын сағылдырҙы, балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, яңы ризыҡтар һәм эсемлектәр презентацияһы күрһәтелде, Күмертау балалар йорто өсөн мәрхәмәтлек аукциондары ойошторолдо.
Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә Michelin йондоҙона эйә булыусы шеф-повар Евгений Викентьев менән ябыҡ киске аш ойошторолдо. Ул ҡунаҡтарҙы заманса интеллектуаль кухняһы менән ғәжәпләндерҙе, унда урындағы аҙыҡ-түлек, яңы техника ҡуланылды.