

2023 йылдың башынан барлыҡ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйыу йәки теркәтеү буйынса ғаризаларҙы фәҡәт электрон рәүештә ебәрә аласаҡ.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марина Мартынова Балтас районында “Росреестр мәктәбе” проекты сиктәрендәге сираттағы уҡыу сараһында шулай тип белдерҙе.
Башҡортостанда электрон ғаризаларҙы “Росреестр”ҙа бер-ике көн эсендә ҡарайҙар. Был иһә ҡануниәттә ҡаралған ваҡыттан да аҙыраҡ, тине Марина Мартынова. Ошо ысул ваҡытты ҡыҫҡартып ҡына ҡалмай, төбәктең инвестициялар йәлеп итеүгә һәләтен дә арттыра.
Республиканың дәүләт власы һәм муниципаль органдары әле үк күсемһеҙ мөлкәтте иҫәпкә ҡуйыу, теркәү буйынса документтарҙы электрон ысул менән башҡара. Балтас районында, мәҫәлән, быйыл ошондай 611 ғариза бирелгән, улар барыһы ла электрон рәүештә килгән.
Фото: pravitelstvorb.ru