

Көҙ башында ҡалаларҙа йәшәгән кешеләрҙе борсоған мөһим темаларҙың береһе йылылыҡ биреү менән бәйле. Бөгөнгө Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә лә ошо турала һөйләшеү булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ваҡыт етеү менән оператив рәүештә йылы бирергә ҡушты.
Ә әле ваҡыт бар саҡта, был процедураға ентекләп әҙерләнергә кәрәк тине.
– Әле беҙ бик яуаплы осорға инәбеҙ – йылытыу миҙгеленең башы. Быны эшләргә кәрәклеген аңлағас, һеҙ тиҙ арала йылы бирә башларға тейешһегеҙ, – тине ул, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Головановаға мөрәжәғәт итеп. – Әммә ҡайһы берәүҙәр бер аҙ өшөп өлгөрҙө лә инде. Ваҡыт еткәс тә, бурысығыҙҙы шунда уҡ башҡарып сығығыҙ, йылы бирегеҙ, шуға күрә хәҙер бөтә әҙерлек эштәрен үткәрәһегеҙ.
Билдәле булыуынса, нормаларға ярашлы, биш көн рәттән уртаса тәүлек температураһы 8 градустан артмаған осраҡта күп фатирлы йорттарға йылы бирелә. Һуңғы йылдарҙа был осор сентябрҙә үк башланғайны. Ағымдағы йылда уртаса тәүлек температураһы 8-гә етмәгән әле, һәм алдағы ике аҙнала күҙалланмай.
Фото: inbusiness.kz