Йәмғиәт
12 Сентябрь 2022, 17:30

Журналистар, көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!

Конкурсҡа ғаризалар ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем ҡабул ителә.

Журналистар, көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!Журналистар, көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!
Журналистар, көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!

Федерация Советы Рәсәй Журналистар союзы ярҙамы менән йыл һайын илдең киң мәғлүмәт саралары араһында "Федерация Советы — Төбәктәр палатаһы" конкурсын ойоштора.

Уға парламент эшмәкәрлеге, Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары эше, төбәктәр өсөн мөһим темаларға һәм сараларға, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арналған материалдар ҡабул ителә. Конкурсҡа киң мәғлүмәт саралары редакциялары, журналистары, шулай уҡ журналистика йүнәлеше буйынса белем алған студенттар, юғары уҡыу йорттарының махсус факультеттары студенттары саҡырыла.

Йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү Рәсәй Матбуғат көнөнә арналған саралар барышында үтәсәк.

Конкурсҡа ғаризалар ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем ҡабул ителә.

Еңеүселәр дүрт номинацияла билдәләнәсәк:

* "Федерация Советы - иғтибар үҙәгендә" (парламент эшмәкәрлеге, Федерация Советы һәм Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары эше буйынса материалдар);

* "Иғтибар үҙәгендә" (төбәктәр өсөн мөһим булған социаль-сәйәси һәм социаль-иҡтисади темаларға материалдар);

* "Ил тормошонда бер йыл" (Халыҡ ижады йылына һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫына арналған материалдар);

* "Журналистика. "Яңы йөҙҙәр" (хәҙерге социаль әһәмиәтле темаларға материалдар, журналистика мәктәптәре студенттары, юғары уҡыу йорттарының махсуслаштырылған факультеттары студенттары, 15 йәштән 25 йәшкә тиклемге йәш журналистар ҡатнаша).

Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Федерация Советы сайтында танышырға мөмкин: http://council.gov.ru/events/smi/konkyrs/

Фото: mobillegends.net

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас