

Интернетта нимә генә юҡ хәҙер. Тырышып эҙләһәң, хатта бала һатыу тураһында иғландар ҙа килеп сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был кемдеңдер тупаҫ шаяртыуы түгел, ә бөгөнгө ысынбарлыҡ. Илебеҙҙең әле бер, әле икенсе төбәгенән ошо турала яңылыҡтар ишетелеп тора. Яңыраҡ ҡына был хәл күрше Екатеринбургта ла теркәлгәс, ныҡлап уйланырға мәжбүр итте. Әллә баланы һатып ебәреү аҡса эшләүҙең яңы төрөнә әйләнә барамы?
“Хәҙер яңы әсәйҙе тыңла...”
Илебеҙҙе аптыратҡан күршеләрҙәге хәл яңыраҡ, август башында ғына, булды. Интернетта бер ҡатын үҙенең ете йәшлек улын һатырға йыйыныуы тураһында хәбәр итә. Ә иң ҡыҙығы, бәлки, иң ҡыҙғанысылыр – малайҙы ысынлап тороп һатып алырға әҙер кешеләр табыла. Ниндәй маҡсатта икәнлеге тураһында уйларға ғына ҡала, әлбиттә. Әгәр битараф булмаған кешеләр килеп сыҡмаһа, был хәл нисек тамамланыр ине икән? Бәхетле осраҡлыҡ менән генә малай һатылмай ҡала.
Әсә кеше иғланды үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуйғандан һуң, уға төрлө кешеләр яҙа башлай. Мәскәүҙә йәшәгән бер ҡатын яҙманы күреп ҡалғас, үҙ күҙҙәренә ышанмай “һатыусы”ға яҙып ҡарай һәм уның балаһын ысынлап та һатырға теләүенә инана. Һуңғараҡ ул ошо турала “Альтернатива” ирекмәндәренә хәбәр итә, һәм артабан уның исеменән ирекмәндәр яҙыша башлай.
Нәргиз исемле һатыусы ҡатындың белдереүенсә, уның, дөйөм алғанда, өс балаһы бар булып сыға. Икәүһе бәләкәй, ә ете йәшлек өлкәне тәүге иренән. Тап шуныһын һатырға ҡарар итә лә ул. Баҡһаң, яңы ир ҡатындың тәүге балаһын ҡабул итмәгән, уның менән уртаҡ тел таба алмаған. Шуға уны һатыуҙан да яҡшыраҡ сара таба алмай, күрәһең, әсә кеше.
Ете йәшлек малайының хаҡын 300 мең һум тип билдәләй әсә. Һатыусы алыш-биреш ғәмәлен бик тиҙ башҡарам тигән талап ҡуя, сөнки уға 10 августа бурыстарын түләргә кәрәк була. Нәргиз әйтеүенсә, уның әсәһенә операция яһағандар, бының өсөн түләргә тип ул кемдәндер аҡса алып торған. Имеш, ошо бурысын ҡайтарыр өсөн ул улын һатҡан да инде.
Ҡыҫҡаһы, ҡатындың шаяртмауы һәм улын ысынлап та һатырға теләүе тураһында билдәле булғас, ирекмәндәр осрашырға тәҡдим итә. Тик хәл ҡатмарлаша: ирекмәндәр – Мәскәүҙә, ә һатыусы Екатеринбургта йәшәй. Ә был ваҡытта малайҙы һатып алырға теләүселәр ҙә бермә-бер арта башлай.
– Нәргиз ҡабаландырҙы, “10 авгусҡа тиклем бурыстарымды түләргә кәрәк, был һуңғы көн”, тине. Шул уҡ ваҡытта уға башҡа кешеләр яҙғанын да күрҙек, улар ҙа хәҙерҙән баланы алырға риза ине. Үҙе лә башҡа алыусылар бар тип әйтте, – тип хәтерләй уның менән яҙышҡан Арина исемле ирекмән ҡыҙ.
Ирекмәндәр ҡатынды Мәскәүгә саҡырып ҡарай. Йәнәһе, әсә кеше балаһының артабан ниндәй шарттарҙа үҫеүен үҙ күҙҙәре менән күрергә тейеш, әммә ул баш ҡалаға осоуҙан баш тарта. Һөҙөмтәлә Екатеринбург ҡалаһындағы сауҙа үҙәгендә осрашырға һүҙ ҡуйышалар. Ирекмәндәр шунда уҡ урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә сыға һәм операцияға уларҙы ла йәлеп итә.
Осрашыуға ҡатын малайы менән бергә килә. Бала үҙен тыныс тота һәм уны һатырға теләгәндәрен аңламай ҙа ҡала. Алыусы булып иһә полиция хеҙмәткәре бара, ул үҙен малайҙы алыусының инәһе тип таныта.
– Әсәһе улына “һине үҙ атайың менән уның яңы ҡатыны ала” тип әйтте. Малай был осрашыуҙы көтә һәм улар менән китергә теләй. Ул тыныс ҡына ултыра, ә хушлашҡан мәлдә әсәһе илап ебәрә. Уның эмоциональ яҡтан борсолғаны күренеп тора. Малай иһә бер тапҡыр ҙа иламай, ул нимә булғанын аңламаған, күрәһең, – тип һөйләгән осрашыуҙа булған ирекмәндәр.
Ҡатын аҡса менән конвертты ала һәм расписка яҙа. Унда үҙенең паспорт мәғлүмәттәрен, аҡса алыуы, балаһын биреүе һәм бер кемгә ҡарата ла дәғүәһе булмауы тураһында белдерә. Улын ҡатынға тапшыра, хушлашҡан саҡта “хәҙер уны тыңла” тип әйтә. “Яңы әсәй” малай менән сығып киткәс кенә, полиция хеҙмәткәрҙәре килеп, ҡатынды ҡулға ала.
Ул шунда уҡ ғәйебен таный. Ә бына яңы ире “үгәй улымды һатырға теләүе тураһында бер нимә лә белмәйем” тип әйтә.
Малайға килгәндә, уны “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға ебәреп, һаулығын тикшерәләр. Аҙаҡ реабилитация үҙәгенә йүнәлтелә. Ә Тәфтиш комитеты әсәгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата, был ҡылығы өсөн уға ун йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү язаһы янай.
Нәргиздән “Ни өсөн бындай аҙымға барырға булдың?” тип һорағас, ул быны ауыр матди хәле менән аңлата. Тик быға ышаныуы ауыр, сөнки ире әйтеүенсә, уларҙың килеме айына 120 мең һум тәшкил итә. Ғаилә ике бүлмәле фатирҙа йәшәй, өй һалған, шуға күрә енәйәттең башҡа мотивтары ла булыуы ихтимал.
Бала һатҡан аҡсаға танау эшләргә теләгән
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының кеүек осраҡтар йышайҙы. Әле июлдә генә ошоноң ише хәл Дағстан Республикаһында ла асыҡлана. Бында Каспийск ҡалаһында йәшәгән 33 йәшлек ҡатын биш көнлөк балаһын һатырға маташа.
Ауырлы сағында буласаҡ “әсә”, баланы үҙемдә ҡалдыра алмайым, тип хәл итә. Быны ишеткән 29 йәшлек күршеһе яңы тыуған сабыйҙы республиканың Сергокалин районында йәшәгән таныш ғаиләгә бирергә тәҡдим итә. Ул ғаиләлә дүрт йәшлек малай үҫә, тик медицина сәбәптәре арҡаһында ҡатын башҡаса әсәй була алмай. Уларға тағы бәләкәй бала кәрәк булған.
Һөҙөмтәлә, күрше һатыусы менән һатып алыусыларҙы осраштыра. Улар күрешеп һөйләшә һәм баланы һатырға килешә. Ғаилә ауырлы ҡатынға ҡуртымға алған фатиры өсөн, аҙыҡ-түлеккә һәм дарыуҙарға аҡса бирә. 25 апрелдә ҡатын балаһын таба, 30 апрелдә ул дауахананан сыға һәм, һатып алыусыларҙан “тауары” өсөн 20 мең һум алып, улын биреп ебәрә. Әсә кеше улына булған хоҡуҡтарҙан баш тарта.
Тик бер ни тиклем ваҡыт үткәс, сабыйға табиптар ярҙамы талап ителә. Ғаилә дауаханаға мөрәжәғәт иткәс, бәпестең тыуыу тураһындағы таныҡлығын һорайҙар. Һөҙөмтәлә, ғаилә йәнә баланың биологик әсәһенә мөрәжәғәт итә. Ул иһә өҫтәмә 100 мең һум аҡсаға был документты алып бирергә ризалаша. Ә аҡсаны ул нимәгә тотонорға теләй, беләһегеҙме? Яңы танау эшләтер өсөн операцияға...
Ҡатын аҡсаны ала, тик документтарҙы эшләп өлгөрмәй, уларҙы ҡулға алалар. Полицияла баланы һатып алған ҡатын, “ысын әсә үҙ балаһын ҡарай алмай”, ти. Уның эше лә, торлағы ла, аҡсаһы ла булмай. Әле был килешеүҙә ҡатнашҡандарға ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Улар кеше менән һатыу итеү статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Йыраҡ йөрөйһө түгел, бындай хәлдәр Башҡортостанда ла булғыланы. Мәҫәлән, йыл башында Октябрьский ҡалаһында бер ғаилә ғәзиздәрен һатырға маташты. Рәсми сығанаҡтарҙа ошондай яңылыҡ пәйҙә булды: ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге бәлиғ булмаған ике балаға ҡарата ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү һәм алимент түләтеү тураһында дәғүә менән мөрәжәғәт иткән. Сәбәбе – ир менән ҡатын даими рәүештә ата-әсәлек бурысын үтәмәгән, балаларын тәрбиәләүгә битараф, уларҙы тейешенсә ҡарау сараларын күрмәгән, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, ғаиләлә аяныслы хәлдәр булған. Суд мәғлүмәттәре буйынса, ата-әсәнең йәшәү рәүеше бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ултырыштарында бер нисә тапҡыр тикшерелгән. Уларҙың балалар алдында спиртлы эсемлектәр ҡулланыуы, атаһының наркотиктар менән мауығыуы, әсәһенең бер нисә көнгә ғаиләһенән сығып китеүе күрһәтелгән. Ата-әсә даими ыҙғышҡан, балаларҙың мохтажлығына битараф булған. Ә иң ҡурҡынысы – ҡатын социаль селтәрҙәрҙә улын һатыу тураһында иғлан һәм фото урынлаштырған. Ярай әле мәғлүмәт ваҡытында тейешле урынға барып еткән һәм балаларҙы ғаиләнән тартып алғандар.
Әсә булыу – иң көслө инстинкт
Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте – әсә булыуҙа. Йөклө булыу, баланы тыуҙырыу, аҙаҡ төн йоҡоларын йоҡламай бағыу, тәрбиәләү, әлбиттә, еңел түгел. Тик әсә мөхәббәте, үҙ балаһына ҡарата йылы хистәре, тәбиғи инстинкт быларҙың барыһын да оноттора, еңеп сыға. Донъялағы иң көслө хис – әсәнеке, тип борон замандан дәлилләнгән бит. Әммә йәмғиәтебеҙҙә ошондай “боҙоҡ” ҡатындар ҡайҙан килеп сыға икән? Ни өсөн ете йыл буйы йәшәгән улы бөгөн килеп ғаиләлә һыймай башлаған? Яңы ир баланан нимәһе менән өҫтөн һуң? Эйе, һорауҙар күп.
Ғәлиә СӘЛИХОВА, психолог:
– Һуңғы йылдарҙа Интернет киңлектәрендә “Баламды һатам”, “Тиҙҙән тыуасаҡ сабыйыма һатып алыусы эҙләйем” тигән иғландарҙы күреп, мәғлүмәт сараларында үҙ балаһын һатып ебәргән ата-әсә тураһында уҡып-ишеткәндән һуң, йәмғиәттә “Был хәл ысынмы ул? Уның булыуы мөмкинме?” тигән һорауҙар тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, балалар һәм кеше хоҡуҡтары һағында торған төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре белдереүенсә, ата-әсәнең үҙ балаһын һатыуға ҡуйыуы, ошо алыш-биреште аҙағына тиклем алып барып сығарырға тырышыуы йылдан-йыл йышыраҡ осрай. Күпселек осраҡта бындай иғландарҙы яңғыҙ әсәләр бирә һәм был аҙымға барыу сәбәптәрен үҙҙәренең ауыр финанс хәле менән аңлата. Йәнәһе, балама сит ғаиләлә яҡшыраҡ булыр, һәйбәтерәк шарттарҙа үҫер… Тик был үҙ-үҙеңде алдау, ҡылған енәйәтеңде ошо рәүешле аҡлап маташыу ғына, сөнки хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре буйынса, бындай балаларҙы изге ниәттән бик һирәк алалар. Күпселек осраҡта улар урамда хәйер һораусыларға, өйҙәге барлыҡ ауыр эште башҡарыусы өнһөҙ-тынһыҙ ҡолдарға әүерелә.
“Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа”, ти халыҡ әйтеме. Тормошта төрлө хәлдәр була, донъяның етешмәй киткән саҡтары ла осрай, әммә был сәбәптәр йөрәк ярып тапҡан балаңдан ҡанһыҙ рәүештә ҡотолорға ынтылыуҙы бер нисек тә аҡламай. Әсә һөйөүен, уның йылы ҡулдарын, наҙлы ҡараштарын бер ниндәй байлыҡ та, аҡса ла алмаштыра алмай”.
Бөгөн аҡса эшләүҙең юлдары бик күп. Ғәзиз балаларҙы һатып ятмайыҡ инде, йәмәғәт...
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА