Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2022, 13:00

“Беҙҙе ҡыҙҙарыбыҙ таныштырҙы”

"Бындай бәхеткә өмөт тә итмәй инем..." 

“Беҙҙе ҡыҙҙарыбыҙ таныштырҙы”
“Беҙҙе ҡыҙҙарыбыҙ таныштырҙы”

“Кейәүгә сығып, ике йыл да йәшәп өлгөрмәнем, юл фажиғәһендә ирем вафат булды. Иң үкенеслеһе – ул ҡыҙыбыҙҙың тыуыуын күреп өлгөрмәне. Ә нисек көттө ул был ваҡиғаны!

Иҫ киткес ҙур тетрәнеү, ҡайғы кисерһәм дә, тыуасаҡ балам хаҡына үҙемде ҡулға алырға тырыштым. Шөкөр, имен-һау тыуҙы бәпесем.

Ҡыҙым мине был тормошҡа кире ҡайтарҙы, тик уның өсөн йәшәй, эшләй башланым, яратҡан шөғөлдәремдән йыуаныс таптым. Ир-егеттәргә ҡарағым да, уйлағым да килмәне.

1-се класҡа уҡырға барғас, бейергә яратҡан ҡыҙымды түңәрәккә бирҙем. Яратып шөғөлләнә.

Бер көн шулай, ҡыҙымдың бейеү студияһынан сығыуын көтөп ултырғанда, эргәмдәге ир-егет менән һөйләшеп киттек. Ул да ҡыҙын көтә икән.

Ҡыҙҙарыбыҙ бергә шөғөлләнә булып сыҡты. Шулай аралаша башланыҡ. Баҡтиһәң, уның ҡатыны бәпес тапҡанда мәрхүмә булған, ҡыҙын тәрбиәләшергә әсәһе ярҙам итә икән. Минән айырмалы рәүештә ул парлы булырға тырышып ҡараған, әммә килеп сыҡмаған...

Беҙ хәҙер бергә! Бығаса әхирәт булған ҡыҙҙарыбыҙ апайлы-һеңлелегә әйләнде. Тиҙҙән ғаиләбеҙ тағы бер бәләкәй кешегә артасаҡ.

Бәхет бар икән ул! Ышанырға, өмөт итергә генә кәрәк. Барығыҙға ла ҡатын-ҡыҙ бәхете, именлек теләйем!

Розалия. Стәрлетамаҡ ҡалаһы”.

Фото: mobillegends.net

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: