

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәргә сираттағы яҙмаһын ҡуйҙы.
"Кисә "Авангард" уҡыу-методика үҙәгендә IX Башҡортостан эҙәрмәндәре отрядтары слеты асылды. Уның эшендә ҡатнашыу өсөн 120 бала һәм 25 етәксе, йәмғеһе 20 отряд килде. Республиканың 12 муниципалитетынан йыйылғайны улар.
Рәсәй һәм республика Хөкүмәте тарафынан иҫтәлекте мәңгеләштереү мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Беҙ Волга буйы федераль округының "Ватан геройҙары" йәмәғәт проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. 2021 йылда Башҡортостан "Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса ҡануниәтте тулыһынса үтәү" номинацияһында икенсе урын алды. Бөгөн республикабыҙҙа 52 эҙәрмәндәр отряды эшләй, дөйөм эҙләнеүселәр һаны 5000 кешегә етә. Улар башлыса мәктәп уҡыусылары һәм студенттар. Үҫеп килгән быуын өсөн тыныслыҡ, Тыуған илебеҙ, барыбыҙ өсөн дә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу төшөнсәләренең мөһим булыуы ҡыуаныслы. Республика Хөкүмәте эҙәрмәндәр хәрәкәтенә тейешле ярҙам күрһәтә. Йыл һайын экспедициялар үткәреүгә ике миллион һум күләмендә субсидия бүленә. Ярҙам күрһәтеү һөҙөмтәһендә Бөйөк Ватан һуғышы үткән урындарға 16-20 тапҡыр сығыу мөмкинлеге тыуа.
Башҡортостан төбәк субсидияһы иҫәбенә уҡыусыларҙы экспедицияларға сығарған бер нисә субъекттың береһе булып тора. Эҙәрмән отрядтары эшенең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы яландарында миллионлаған һалдатын юғалтҡан илебеҙ өсөн. Эҙәрмән отрядтарының девизы бар: "Һәләк булған һуңғы һалдат ерләнгәнсе һуғыш тамамланмаған тигән һүҙ". Ерҙә онотолған һәм исемһеҙ ҡәберҙәр булмаҫҡа тейеш, был кемдеңдер яҡындары, был беҙҙең хәтер һәм тарих", - тип яҙҙы Ирек Сәғитов.
Фото И.Сәғитовтың шәхси сәхифәһенән.