Йәмғиәт
13 Сентябрь 2022, 16:40

Күршеләр хәйер тараттырмай...

Һеҙҙең яҡта был ғәмәл нисек атҡарыла?

Бер көн интернет селтәрендәге төркөмөбөҙгә ошондай хат килде.

“Мин икенсе тапҡыр кейәүгә сығып, алыҫ районға йәшәргә күстем. Үҙемә 47 йәш. Иремдең туғандары, күрше-күлән яҡшы ҡабул итте. Дуҫлашып йәшәп киттек. Ҡунаҡтарға, төрлө сараға саҡыра башланылар. Әле яңыраҡ бер күршеләр аят ашына әйтте. Мәрхүм булған ата-әсәһе хөрмәтенә ҡөрьән уҡыттылар.

Мин дә үҙемдең яҡындарымды уйлап, сауап алайым тип, хәйерлектәр һатып алдым да, күрше­ләрҙә таратырмын тип алып барҙым. Тик, беләһе­геҙме, күршем минән тараттырманы. Үҙе, балалары, яҡын туғандары ғына хәйер өләште. Миңә иһә: “Үҙеңдең өйөңдә аят уҡыт та шунда хәйер тарат, ә беҙҙең өлөшкә инмә”, – тине. Ныҡ аптыраным. Беҙҙең яҡта кем теләй, шул тарата. Миңә кеше килеп, хәйерен өләшһә, хатта ҡыуанамсы. Ни өсөндөр иптәшемдең яғында улай ярамай. Күршемә әҙерәк үпкәләнем, тик табындың йәмен ебәрмәҫ өсөн, өндәшмәй генә ҡайтып киттем.

Әлбиттә, үҙебеҙ ҙә уңайы сыҡҡан һайын аят уҡытып торабыҙ. Оҙаҡламай тағы үткәрербеҙ, тип уйлайым. Әммә күршеләрҙәге хәл тынғылыҡ бирмәй. Ысынлап та, мин уларҙа таратһам, сауаптары өлөшөнә инәмме икән ни? Бәлки, миңә лә башҡаса ҡунаҡтарға хәйер таратыуҙы тыйырға кәрәктер? Һеҙҙең яҡта был йола нисек атҡарыла? Бәлки, белгән кеше булһа аңлатыр”, – тип яҙылған унда.

 

Һеҙҙең ауылдарҙа был ғәмәл нисек атҡарыла? Фекерҙәрегеҙҙе уртаҡлашығыҙ әле.

Читайте нас