

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәтенә оҙайлы йылдарға ҡуртымға ер участкалары бирелә.
"Ил етәкселеге билдәләгән планға ярашлы, почта үҙенең социаль функцияһын сифатлы итеп үтәһен өсөн, уның бүлексәләрен үҫтереүгә иғтибар бүленә, төрлө хеҙмәттәр менән тулыландырыу ҙа күҙ уңында тотола, – ти Башҡортостандың ер һәм мөлкәт министры урынбаҫары Рөстәм Ғизәтуллин. – 144 объект араһында “Рәсәй почтаһы”ның ер участкаһында 14-е урынлашҡан, ҡалған 130 объектҡа ер участкалары биреү эш планына ингән, үҙ сиратында, тиҙ ҡорола торған биналар төҙөргә кәрәк".
Был йәһәттән Әбйәлил, Баҡалы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Мишкә, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Федоровка, Хәйбулла, Яңауыл райондарында, Сибай ҡалаһында эштәр тамамланған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.