Йәмғиәт
13 Сентябрь 2022, 17:45

Кешеләрҙе һөйөндөрөү - үҙе бәхет

Үҙ эшенең оҫталарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! 

Кешеләрҙе һөйөндөрөү - үҙе бәхетКешеләрҙе һөйөндөрөү - үҙе бәхет
Кешеләрҙе һөйөндөрөү - үҙе бәхет

Булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, өс-дүрт йәшлек сағында уҡ ул табип булып, кешеләрҙе дауаларға ла, парикмахер һөнәрен үҙләштереп, матур-матур причёскалар эшләргә лә хыяллана ине был ике ҡыҙ. Ата-әсәһенә оҡшап, йырларға, матур итеп һүрәт төшөрөргә яратҡас, сәнғәт юлынан да китмәкселәр ине.

Әбйәлил районының Хәмит ауылында тыуып үҫкән бер туған апалы-һеңлеле Зөлфиә менән Әлфинә икеһе лә хәҙер район үҙәге Асҡарҙа парикмахер булып эшләй. Икеһе лә бына тигән әсәй, ҡатын, хужабикә, икеһе лә аш-һыуға оҫта, матур йырлай, машина ла йөрөтә. Тағы улар – күп балалы әсә лә. Бәхет серҙәре иһә - һәр көнгә ҡыуанып, ихлас, матур йәшәүҙә, тырыш хеҙмәттә.

Зөлфиә менән Илдус Килдейәровтар береһенән-береһе сибәр Алтынай, Аделина исемле ике ҡыҙ һәм уңған Илназ исемле ул үҫтерә. Ғаилә башлығы, полицияла эшләп, әле хаҡлы ялда. Шулай ҙа тик тормай, төҙөлөш эштәре менән мәшғүл. Ә Әлфинә ире Марат менән Гөлфинә, Зиниә, Физәлиә исемле бына тигән өс ҡыҙ һәм илгәҙәк, тырыш Ишморат, Нурбулат исемле ике ул баға. Күп балалы атай – шәп балта оҫтаһы. Шуға ул, бригада ойоштороп, төҙөлөш менән шөғөлләнә, йорттар һала.

Беҙ Зөлфиә менән Әлфинәне һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Уларҙың шулай һәр ваҡыт көләс, ихлас, бәхетле, уңған ҡатын, әсә булыуҙарын, барлыҡ уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!

Фотолар шәхси архивтарынан.

Кешеләрҙе һөйөндөрөү - үҙе бәхет
Кешеләрҙе һөйөндөрөү - үҙе бәхет
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас