Йәмғиәт
13 Сентябрь 2022, 03:00

Ҡотҡарыусыларға - торт һәм йылы һүҙҙәр

Өфөнән йәш әсә ике йәшлек улы менән янғын ялмаған йортта саҡ үлмәй ҡала... 

Ҡотҡарыусыларға - торт һәм йылы һүҙҙәрҠотҡарыусыларға - торт һәм йылы һүҙҙәр
Ҡотҡарыусыларға - торт һәм йылы һүҙҙәр

Өфөлә йәшәгән йәш әсә ике йәшлек улы менән янғын ялмаған йортта саҡ үлмәй ҡала...

Өфөнөң Ленин урамында йәшәгән Кристина менән уның ике йәшлек улы Михаилды янғын һүндереүселәр ут ялмап алған биш ҡатлы йорттан эвакуациялай һәм 22-се дауаханаға оҙата.

Бәхеткә күрә, әсә менән баланың хәл-торошо яҡшы. Был хәлдән имен-аман ҡотолғас, улар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса 22-се отрядының 1-се янғын-ҡотҡарыу часына килеп, ҡотҡарыусыларына рәхмәт белдерергә ҡарар итә.

Кристина тәмле итеп торт бешерә, ә улы исеменән йылы һүҙҙәрҙе открыткаға яҙа. “Беҙҙе ҡотҡарыуығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Һәр ваҡыт көслө, ҡыйыу һәм һау-сәләмәт булығыҙ!” тигән юлдар бар унда.

Фото: vk.com/pozitiv_news_ufa

Ҡотҡарыусыларға - торт һәм йылы һүҙҙәр
Ҡотҡарыусыларға - торт һәм йылы һүҙҙәр
Ҡотҡарыусыларға - торт һәм йылы һүҙҙәр
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас