Йәмғиәт
13 Сентябрь 2022, 10:00

Үҙ парикмахерың булһын ул!

Бөгөн - парикмахерҙар көнө. Ошо айҡанлы уларҙы ҡотлайбыҙ һәм үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған Эльвиранан кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ. Ә һеҙҙең үҙ парикмахерығыҙ бармы? Форсаттан файҙаланып, рәхмәт һүҙегеҙҙе еткерә алаһығыҙ. 

Үҙ парикмахерың булһын ул!Үҙ парикмахерың булһын ул!
Үҙ парикмахерың булһын ул!

Ҡырмыҫҡалыла йәшәгән Эльвира Гайдаш - иң кәрәкле һөнәрҙең ысын оҫтаһы. Бына инде ете йыллап ул сәс киҫеү, буяу менән шөғөлләнә. Йәшәгән ерендә күптәр үҙ итеп өлгөргән дә инде уңған парикмахерҙы - сәс киҫтереү-буятыуҙы уға ышанып тапшырған кешеләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Оҫта тигән даны райондан ситкә лә киң таралған - уның хеҙмәтенән файҙаланыу өсөн Өфөнән махсус йөрөгән даими клиенттары ла етерлек икән. "Иң мөһиме - эшеңде яратып, бар күңелеңде һалып башҡарырға, һәр кешегә үҙенә айырым ижади ҡараш, бәйләнеш булдырырға кәрәк, шул саҡта ғына эшеңдең һөҙөмтәһе үҙеңде лә, клиентыңды ла һөйөндөрөр", - ти оҫта.

Төрлө кешеләр осрай хеҙмәт күрһәткәндә: асыҡ күңеллеләре лә, шым ғына эштең бөтөүен күҙәткәндәре лә, битарафтары ла, берәй йөй эҙләп ҡаңғыртыусылары ла, бәхетлеләре-бәхетһеҙҙәре лә - һәр төрлө кәйефлеһенә лә йылы һүҙен табып, күңел йылыһы менән ихлас уртаҡлаша, матур һөҙөмтәле эше менән күңелдәрен күтәрә белә Эльвира.

Һан өсөн түгел, сифат өсөн эшләгән ханымдың сәс тәрбиәләү буйынса кәңәштәренә лә күҙ һалайыҡ.
1. Сәсте йыш йыумағыҙ, тиҙ һыныусанға әйләнә.
2. Шампунде сәстең, баш тиреһенең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып һайлағыҙ. бөтә косметик саралар ҙа һыналған һәм сифатлы булһын.
3. Аҙна һайын тәбиғи сеймалдан маскалар эшләү сәсте нығытып ҡына ҡалмай, ә уға сәләмәт төҫ тә бирә.
4. Бер ваҡытта ла еүеш сәс менән йоҡларға ятмағыҙ. Һыу сәсте ваҡ тешле тараҡ менән тарамағыҙ. Фенды йыш ҡулланмағыҙ.
5. Бер генә парикмахерға (сәсегеҙ тураһында ныҡлап белеп өлгөргән)йөрөргә тырышығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас