Йәмғиәт
13 Сентябрь 2022, 16:46

Солтан бабай ҡарағасы

Башҡорт халыҡ йыры “Урал” бөтәһенә лә ныҡ тәьҫир итә.

Белорет районының Аҙнағол ауылының тарихын күберәк Солтан бабай Әминевтең атайым менән һөйләшеп ултырғанда  бәйән иткәндәрен өҙөк-өҙөк иҫкә төшөрөп яҙырға маташам. Кем һуң ул Солтан бабай?

 

Тотҡонда булған...

 

Уларҙың өйө беҙҙекенән ике өй аша ине. Алғы яҡ нигеҙе бейек булды, ә ихата эсендәге тәҙрә (аш бүлмәһе) – ерҙән 70–80 сантиметр ғына бейеклектә. Солтан бабай тотҡонда була. Унан ҡайтҡас, үҙебеҙҙең илдә ҡулға алалар. Мең бәлә менән ауылға ҡайтып төпләнә. Тәүге ҡатыны Зифа үлеп ҡала, һуңынан ул Әзекәй ауылында Сәйетовтар ғаиләһенән Фатима исемле инәй менән йәшәне.

Кешеләр ул саҡта “тотҡонда булған” тип Солтан бабай менән аралашманы, хатта үҙенең бер туған ҡустылары ла уға яҡын килмәне. Ә атайым ни өсөндөр ҡурҡманы, киреһенсә, гел коммунис­тарҙы тәнҡитләне, йыйылыштарҙа сығыш яһай башлаһа, эреле-ваҡлы түрә-ҡара: “Минең турала әйтмәһә ярай ине”, – тип дер ҡалтырап ултыра. Атайым бик уҡымышлы кеше булды, эшкә лә егәрле ине. Шуға ла ҡурҡып тормайынса, “тураһын ярҙы”.

Шулай, Солтан бабай менән арыуыҡ ҡына һөйләшеп ултыра торғас, бал эсеп тә ебәргәс, “Йәнбикә”не йырлап ебәрәләр! Шунан күҙҙәренән бер нисә тамсы тәгәрәп төшөп, атайҙың мыйыҡ­тарында юғала, ә Солтан бабайҙыҡы өҫтәлгә тупылдай. Миңә ул саҡта был күренеш аңлашылмай ине: “Ниңә был икәү Хәмит бабайҙың әллә ҡасан үлгән Йәнбикәһен иҫләп илай? Әллә Солтан бабай уға ғашиҡ булып йөрөгәнме, ә уны Хәмиткә мәжбүрләп биргәндәрме?” Дүрт-биш йәшлек малай мөхәббәт тураһында ҡайҙан белгәнмен?!

Шунан – “Азамат”, шунан... “Буранбай”:

Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ,

Буранбайҙың яҙған хаттары.

Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,

Зар илайҙар ауыл ҡарттары.

Оҙон да ғына оҙон, ай, бик моңло,

Буранбайҙың һуҙған йырҙары.

Буранбайҙың йырын тыңлағанда,

Йөрәкһенә ауыр ирҙәре.

Буранбайҙың менгән ҡашҡа аты

Саҡрым ғына бармай, баш ташлай.

Түрә тигәндәргә ышанмағыҙ,

Себер ебәреп үк, башты ашай.

Алыҫта ғына алыҫ, ай, күренгән

Юшатырҡай башы ла Аҡбейек.

Буранбай ҙа китте, иле ҡалды

Илкәйенә булды ла ҙур көйөк.

Эх, балаҡай! Белһәң ине яҙмышың һиңә лә ошондай “өлөш” бирәсәген.

“Түрә тигәндәргә ышанмағыҙ,

Себер ебәреп үк, башты ашай”, – тип Солтан бабай немецтарҙа әсирлектә булған сағын һөйләй торғайны. Ара-тирә аңлашылмаған һүҙҙәр ҙә ҡыҫтырып ебәрә ине.

 

Ҡурай ҡотҡарған!

 

Башы ҡаты яраланған булған. Ҡайҙа булғанын иҫләмәйем, тик ҡурайсы булыуы ғына уны үлемдән ҡотҡарып ҡала. “Беҙҙең ғәскәрҙәр яҡыная башлағас, немец командованиеһы лагерҙағы тотҡондарҙы атырға була. Соҡор ҡаҙырға ҡушалар. Әсирҙәр илай-илай үҙҙәренә мәңгелек йорт әҙерләй. Баш өҫтөнән Тыуған ил яғына осҡан торналарҙың тауышы был ҡот осҡос күренешкә тағы ла нығыраҡ көсөргәнеш бирә...” Ошо ерҙә Солтан бабайҙың һүҙҙәренән өйҙәгеләр шымып ҡалды, эстән ныҡ тетрәнеү кисерә инек. Солтан бабай немец офицерынан һуңғы тапҡыр ҡурайҙа уйнарға рөхсәт һорай. Башҡорт халыҡ йыры “Урал” бөтәһенә лә ныҡ тәьҫир итә. Офицер илай һәм Солтанға ситкә китергә бойора, һүҙ менән команда бирә алмай, күҙҙәренән аҡҡан йәштәренә быуылып, ҡул һелтәп атырға ишара яһай.

Мең михнәттәр аша үткән Солтан бабай тынып ҡала. 100-сө тапҡыр ишетһәк тә, беҙҙең дә күҙ алдына йөҙәрләгән кешенең ике-өс минутта юҡ ителеү фажиғәһе килеп баҫа, шым ғына илайбыҙ.

 

“Киндер, ком су мир!”

 

Әлбиттә, Солтан бабайҙың кисергәндәре холҡона ауыр йөк булып ятҡан. Бигерәк тә “ҡырын тейәп” алһа, был ныҡ һиҙелде. Ул саҡта Фатима инәй беҙҙә була ине. “Бар, бабайыңды ҡарап кил”, – тип мине ебәрә. Шул тирәлә уйнаған булып, разведка ойошторам. Солтан бабай күреп ҡала һәм немец телендә өндәшә: “Киндер, ком су мир!” Мин ҡасам, сөнки “кәнис һиңә!” тип аңлайым. Тик бабай ике-өс ынтылыуҙа мине тотоп ала ла күтәреп өйөнә ҡарай атлай. Аш бүлмәһе тәҙрәһе төбөндә торған кәнфит тултырылған өс литрлы һауыттан бер ус кәнфитте алып, минең майка эсенә төшөрөп ебәрә. Мин өйгә ысҡынам, байлыҡ бит был ауыл балаһына! Ә һауыт яртылаш бушап ҡала ине. Ярай, белдем хәҙер: “киндер ком су мир” кәнфит бирәм тигәнде аңлата икән!

Был хәл айына бер-ике тапҡыр булып ала. Бабайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, уны колхозға алмайҙар. Халыҡ дошманы. Леспромхозда эшләй, ағас ботаусы. Эш хаҡы яҡшы булғандыр инде. Һәр хәлдә, теге тәҙрә төбөндәге өс литрлы һауыт кәнфит менән гел тулы булды. Ә беҙ, бала-саға, Солтан бабайҙың өйө тирәһендә уйнарға әүәҫләнеп киттек. Мин, немец теле “белгесе” булараҡ, бабайҙың “ком су мирын” ишетеү менән команда бирәм: “Киттек, кәнфит тарата беҙгә!”

 

Ауылдың киләсәген һаҡлаған

 

Солтан бабай ауыл тарихын ғына түгел, киләсәген дә һаҡлаған икән. Йәй эшкингән бала-сағаһы менән атай-әсәй бесән әҙерләй, ә дүрт-биш йәшлек “әрәмтамаҡтар” өйҙә ҡала. Беҙҙе күгәнгә тапсыҡ тығып “бикләп” китәләр. Йоҡонан торғас, тәҙрә төбөндә ултырам. Солтан бабай күренерме бөгөн? Ана, килә бабай. Мине күреп килеп инә. “Әсәйеңдең балы бармы?”. Мейес башындағы феләктән бер ижау һоҫоп бирәм. Йәлме ни яҡшы кешегә! Теге бабай мейесте тикшерә, шырпы һорай. Юҡ, әлбиттә. Ярай, бар урамда уйна, тип сығып китә. Баҡтиһәң, “пожнадзор” булып йөрөгән икән!

Киләсәк быуындар тураһында ҡайғыртыуы – ауылыбыҙҙың боронғо ултырышында мелиорация эштәре барған саҡта, боронғо ауыл нигеҙендә бер бөртөк ҡарағасты булһа ла һаҡлап ҡалыуы. Әле лә Солтан ҡарағасы ялан уртаһында ел-дауылға бирешмәй тора. Япа-яңғыҙ, Солтан бабай һымаҡ.

 

 
Айытбай ӘЙҮПОВ

Белорет районы.

Читайте нас