Йәмғиәт
13 Сентябрь 2022, 05:45

Йәштәр республика Башлығы менән аралашты

"Һеҙгә ҡарап, үҙемдең студент йылдарым иҫкә төшә", - тине Радий Хәбиров. 

Йәштәр республика Башлығы менән аралаштыЙәштәр республика Башлығы менән аралашты
Йәштәр республика Башлығы менән аралашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округының “Йәштәр йыйыны – 2022” йәш граждандар форумында ҡатнашты. Сара “Торатау” конгресс-холында үтте.

- Һеҙгә ҡарап, үҙемдең студент йылдарым иҫкә төшә, ул 80-се йылдарҙың икенсе яртыһына тура килә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ тыныс һәм тотороҡло осорҙа үҫтек. Ә һеҙҙең студент йылдары ябай булмаған осорға тап килде. Ковидҡа ҡаршы һәр берегеҙ көрәшә. Иң мөһиме, беҙ был сиргә ҡаршы ныҡлы тора алдыҡ.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2014 йылдан алып беҙҙең ил көнбайыштың санкциялары аҫтында йәшәй. Ул беҙгә төрлө тармаҡта технологик суверенитетты арттырыу буйынса эштәрҙе ойошторорға ярҙам итте. Мәҫәлән, агросәнәғәт комплексы. Беҙ хәҙер сит илдәрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә алдынғы. Әлеге ковид-19-ға ҡаршы көрәш тә - йәнә геройҙар осоро. Һәр беребеҙ бөгөн кешелек сифаттарын күрһәтергә тейеш. Ватаныбыҙ һағында тороусыларға ярҙам итергә тейешбеҙ. Ышаным, ошо осорҙо ла күп милләтле Рәсәй халҡы үткәреп ебәрәсәк, тип билдәләне республика Башлығы йәштәр менән осрашыу барышында. 

Шулай уҡ йыйында донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө, Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарында стажировка үтеү мөмкинлеге, "Студент яҙы" фестивале һәм йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған башҡа темалар буйынса һөйләшеү барҙы. Радий Хәбиров студенттарҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас