

Бөгөн “Башҡортостан” республика гәзите хәбәрселәре Ейәнсура районында командировкала. Иң тәүҙә район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән осраштыҡ, артабан райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән аралаштыҡ. Осрашыу барышында “Башҡортостан” гәзите үткәргән “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурсында еңеү яулаған Яңыбай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытысыһы Ғайса Ишмөхәмәтовҡа Диплом тапшырҙыҡ.
- Республика гәзите уҙғанған бәйгелә еңеүем - оло мәртәбә, киләсәккә маҡсаттар билдәләү өсөн дә этәргес бирә, - тине Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғайса Ишмөхәмтов.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.