

Ейәнсура районында “Башпотребсоюз” йәмғиәтенең кәңәшмәһе ойошторолдо. Әйткәндәй, был сара Ейәнсурала юҡҡа үтмәй, сөнки төбәктә райпо системаһы уңышлы эшләй.
Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов конференцияла ҡатнашыусыларҙы райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры, "Башпотребсоюз"дың совет рәйесе Алексей Гусев әйтеүенсә, бындай сараларҙы үткәрергә кәрәк, ул фекер алышыу йәһәтенән ныҡ отошло.
Республикабыҙҙың "Башпотребсоз” йәмғиәте рәйесе Венер Ильясов, шулай уҡ Ейәнсура районы Ҡулланыусылар ойошмаһының рәйесе Илдар Дәминев йөкмәткеле сығыш яһаны.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.