Йәмғиәт
14 Сентябрь 2022, 15:15

“Саур-Ҡәбер” тергеҙелде

Башҡортостан студенттары Бөтә Рәсәй төҙөлөш отряды составында мемориаль комплексты яңыртыуҙа ҡатнаша

“Саур-Ҡәбер” тергеҙелде“Саур-Ҡәбер” тергеҙелде
“Саур-Ҡәбер” тергеҙелде

Рәсәй Президенты Владимир Путин  комплексты асыу тантанаһында "Саур-ҡәбер" комплексының яңырыуын 1943 йылда Ҡыҙыл армияның Миус йылғаһы ярҙары, Саур-Ҡәбер ҡалҡыулығы, Донецк далалары өсөн аяуһыҙ көрәшкән, Донбассты нацистарҙан азат итеүҙә үҙен аямаған ҡаһармандар иҫтәлеген тергеҙеү менән тиңләне.

Башҡортостан студенттары ла Бөтә Рәсәй төҙөлөш отряды составында Саур-Ҡәбер мемориаль комплексын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Егеттәрҙең береһе Башҡортостанға ҡайтып, уҡыуын дауам итә, ә ҡалғандары Донбасста һәм Украинаның азат ителгән башҡа биләмәләрендә объекттар төҙөүҙә булышлыҡ күрһәтә.

Мемориаль комплексты асыуҙа Мариин театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов та ҡатнаша.

10-12 октябрҙә Өфөлә Республика көнөнә арналған саралар ойоштороласаҡ, байрам сиктәрендә 11 октябрҙә Совет майҙанында Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Донбассты фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә батырҙарса һәләк була. Ул - Башҡортостан халҡының геройы, республиканың символы.

Фото: drive2.com

Автор:Римма Султанова
Читайте нас