

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы итеп яңынан һайланған полиция полковнигы Виорел Флоча менән осрашты. Элек ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының Түбәнге Новгород академияһы начальнигы урынбаҫары булып эшләне. Осрашыу барышында Өфө юридик институты алдында торған бурыстарға туҡталдылар. Институт эш башлағандан алып 10 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған.
– Өфө юридик институты хоҡуҡ һаҡлау структураһы хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүҙә мөһим урын алып тора. Вуздың профессор-уҡытыусылар коллективы көслө. Институтты тамамлаусы белгестәрҙең күбеһе дәүләт һәм халыҡ мәнфәғәттәрен лайыҡлы яҡлай, – тине Радий Хәбиров. – Республика артабан да вуздың үҫешенә булышасаҡ. Беҙгә һәм бөтә илгә юғары белемле профессиональ кадрҙар кәрәк.
– Беҙҙең институт Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы менән эске эштәр органдары өсөн белгестәр әҙерләү өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итәсәк, – тип белдерҙе Виорел Флоча. - Беҙ вуз туплаған тәжрибәне һәм яҡшы традицияларҙы һаҡлаясаҡбыҙ.
Фото: glavarb.ru