

Республикала уңышлы эшләп килгән яңы “Атайсал” проекты хәйриә программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн фекерҙәштәр, тыуған ауылы, ҡалаһы яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе эҙләүгә йүнәлтелә. Проектты ойоштороусылар унда йәш быуынды йәлеп итергә, өлкәндәр менән балалар араһында бәйләнеш булдырырға ҡарар итте. Һөҙөмтәлә йәнтөйәк ҡиммәттәрен танытыуға ҡоролған “Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-проекты барлыҡҡа килде. Уның концепцияһы менән “Яҡташлыҡ көсө” форумында таныштырҙылар. Быйыл проект республиканың дәүләт телдәрен һәм төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән Башҡортостан Башлығының грантына лайыҡ булды.
Ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында йәнтөйәккә ярҙам итеү идеяһын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-конкурсы башлана. Ул башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә, “Атайсал” проекты меценаттары менән таныштырыуға, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең медиа һәләтен асыҡлауға, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Конкурста 8-15 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Эштәрҙе үҙаллы һәм команда менән башҡарырға мөмкин. Балалар тыуған яғына ҡайтып, изге эш башҡарған өлкәндәр, үҙҙәре өсөн йәнтөйәгенең ҡиммәттәре тураһында контент әҙерләй. Медиа-конкурстың номинациялары: интервью, видеосюжет, социаль ролик, фоторепортаж. Эштәр 12 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
Конкурстың финалы Өфөлә уҙғарыла. Унда төп исемлеккә ингән йәш авторҙар саҡырыла. Фестиваль рәүешендә уҙғарылған йомғаҡлау сараһында оҫталыҡ дәрестәре, герой-меценаттар менән осрашыуҙар, бүләкләү тантанаһы үткәрелә. Проектты Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән “Бишек” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ҡатнашлығында тормошҡа ашыра.
“Атайсал. Беҙҙекеләр. Знай наших!” медиа-проекты балалар өсөн башҡорт ерендә тыуған тарихи шәхестәр тураһында анимациялы документаль цикл һәм билдәле меценаттар хаҡында видеофильмдар төшөрөүҙе күҙ уңында тота.
Конкурс тураһында ентеклерәк мәғлүмәт алыу өсөн һылтанма: https://vk.com/wall-48589305_8130.