

Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институты студенты Илмира Сәлимованың Санкт-Петербургта үткән “Нева һылыуы-2022” халыҡ-ара матурлыҡ һәм таланттар конкурсында еңеүе, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың уны ошо ваҡиға айҡанлы ҡотлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Илмира Өфөгә ҡайтыу менән “Башинформ” агентлығына интервью бирҙе.
Илмираға конкурс артыҡ ҡатмарлы булып тойолмаған. “Аҙнаның һәр көнө көсөргәнешле үтһә лә, арыу-талыу һиҙмәнем. Төрлө экскурсияларҙа булдыҡ, мәҫәлән, Петергофта. Эшләпәләр кейеп ойошторолған фотосессиялар оҡшаны. Әлбиттә, таж алыу конкурстың иң күңелле, иҫтә ҡалырлыҡ мәле булды”, – ти ул. Конкурста ҡатнашыу тураһында ҡарарға килгәс, ҡыҙ ярҙам һорап Башҡортостан етәксеһенә мөрәжәғәт итә.
“Мин сикһеҙ рәхмәтлемен! Радий Фәрит улы миңә милли костюм менән ярҙам итте. Коляскала минең өсөн махсус башҡорт бейеүен ҡуйҙылар. Минең ике милли костюмым булды, береһен халыҡ-ара фестивалдә кейҙем, икенсеһен - конкурста. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн күптәр ярҙам итте: тәү сиратта атай-әсәйем, таныштар... Шуға күрә беҙ бергәләп еңдек, бер мин генә түгел, тип әйтмәксемен”, – ти Илмира.
Ҡыҙ иң ауыр һорауға ла яуап биргән. ”Инвалид коляскаһына ултырырға нимә мәжбүр итте?” тигән һорауҙан ҡаушамаған. Барыһы ла онкология арҡаһында килеп сыҡҡан. Тәүге тапҡыр шеште алғас, фалиж һуҡҡан. Ҡыҙ шулай ҙа яйлап аяҡҡа баҫҡан. 2019 йылда шеш яңынан ҡайтҡан, тағы коляскаға ултырырға мәжбүр иткән... ”Был хәл, минеңсә, бәлә түгел. Ул мине пландарымды, идеяларымды, мөмкинлектәремде тормошҡа ашырыуҙан туҡтатырға тейеш түгел. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән йәштәргә “стена эсенә бикләнеп ултырмағыҙ”, тип әйткем килә. Коляскала ултырған көйө нимә эшләй алам, тигән уйҙан ҡотолоғоҙ. Һинең бит ресурсың, энергияң бар, үҙеңде башҡалар менән тиң күр”.
Ныҡышмал, ҡыйыу ҡыҙҙы еңеү менән ҡотлап, уға яңы уңыштар теләйбеҙ!
Фото: шәхси архивтан.