

БР Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре документтарҙы хеҙмәтләндереү тәҙрәләренә мөрәжәғәт итмәйенсә, ресепшн зонаһында уҡ экспресс-әҙерләп тапшырыу пилот проектын тормошҡа ашыра башлай.
Документтарҙы ресепшн зонаһында офистарҙың эш режимына ярашлы, алдан яҙылмайса алырға мөмкин буласаҡ.
Проектта ун “Минең документтарым” дәүләт хеҙмәттәре ҡатнаша. Өфөнән тыш, Благовещен, Сибай, Кумертау, Бөрө ҡалаларындағы үҙәктәр йәлеп ителә.
“24/7 концепцияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, беҙ халыҡҡа хеҙмәтләндереү тәҙрәһенә мөрәжәғәт итмәйенсә, документтарҙы алыу сервисын индерәбеҙ. Күп функциялы үҙәктәрҙең биш эре офисында постаменттар ҡуйылған, уларҙан халыҡ 30 хеҙмәт төрө буйынса әҙер документтарҙы үҙаллы ала аласаҡ. Ресепшн зонаһында документтарҙы экспресс-тапшырыу – граждандарҙы хеҙмәтләндереү процесын тиҙләтеүгә тағы бер аҙым”, - тине БР Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова.
Пилот проект сиктәрендә экспресс-тапшырыу режимында ун хеҙмәт буйынса әҙер документтарҙы алырға мөмкин була. Хеҙмәттәр исемлеге киләсәктә киңәйтеләсәк, ә пилот проект ҙур һорау менән ҡулланылһа, Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгенең бөтә офистарына ла индереләсәк, тип күҙаллана.
Фото: put-okt.com