Йәмғиәт
15 Сентябрь 2022, 09:00

Татлы итеп тоҙланған помидор

Ҡышҡылыҡҡа помидор маринадлауҙың  рецептары күп төрлө, шуларҙан мин үҙем өсөн иң тәмлеһен астым. 

Татлы итеп тоҙланған помидорТатлы итеп тоҙланған помидор
Татлы итеп тоҙланған помидор

Ҡышҡылыҡҡа помидор маринадлауҙың  рецептары күп төрлө, шуларҙан мин үҙем өсөн иң тәмлеһен астым,  татлы ысул менән әҙерләүҙе. Баҡтиһәң, помидорҙар тоҙға ҡарағанда, шәкәрҙе үҙ итә икән. Был ысул менән тоҙлаһаң, ысынлап та, был йәшелсә бик тәмле килеп сыға. 

Рецепт ҡатмарлы түгел, бының өсөн 3 литрыҡ стерилләнгән банкаға укроп зонты, 3-әр ҡарағат, сейә япрағы, һарымһаҡ теше, теләк буйынса, әсе борос һалабыҙ. Артабан йыуылған помидорҙарҙы тултырып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп 10 минут ултыртып торабыҙ. Был ваҡыт үткәс, һыуҙы кире кәстрүлгә бушатып, бер аш ҡалағы тоҙ, 5-6 аш ҡалағы шәкәр өҫтәйбеҙ, ҡәнәфер, хуш еҫле борос бөртөктәре лә һалып яңынан ҡайнатып сығарабыҙ ҙа помидор өҫтөнә ҡоябыҙ. 3 аш ҡалағы 9% аш һеркәһе ҡушып, тимер ҡапҡастар менән ябып ҡуябыҙ.

Фото pixabay.con

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас