

Ғүмер аҡҡан һыу менән бер, уны тыйып та, туҡтатып та булмай. Үҙҙәренә кисә генә булған һымаҡ тойолһа ла, Мораҡ ауылында ғүмер иткән Рәмзиә менән Дәүләтбай Килсенбаевтарҙың бергә тормош ҡороуына 50 йыл да тулған. Әйтеүе генә анһат, ярты быуат ғүмерҙе берең – ут, икенсең һыу булып йәшәй алғанда ғына, ҡулға-ҡул тотоноп бергә уҙырға мөмкиндер ул.
Аҙнаның һуңғы эш көнөндә Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Денис Айытҡолов һәм эштәр идарасыһы Эльвира Кинйәбулатова Килсенбаевтарҙы алтын туйҙары менән ҡотланы. Денис Сулпан улы шулай уҡ республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
“Ысын мәғәнәһендә һеҙҙең алтын ғаилә берлеге үҙ-ара ихтирам, һөйөү һәм татыулыҡ, тырышлыҡ һәм ҡыйынлыҡтарҙы бергә үтә белеүҙең сағыу өлгөһө булып тора. Ошо гүзәл юбилей – туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн ҙур шатлыҡ та, йәш быуын өсөн яҡшы үрнәк тә. Ныҡлы һәм татыу ғаилә – Рәсәй дәүләтенең таянысы, ышаныслы нигеҙе”. Республика етәксеһенең Ҡотлау хатындағы был һүҙҙәр алтын туйын билдәләгән парҙың күңеленә нур булып яғылды.
Һәр кемдең яҙмышы алдан уҡ маңлайына яҙылып ҡуйыла, тибеҙ. Рәмзиә апай менән Дәүләтбай ағай ҙа күктәр тарафынан бер-береһенә тәғәйенләнгән йәр булғандыр... 1949 йылда Сапыҡ ауылында донъяға килгән, буй еткәс, Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһында йәшәгән апаһына ҡунаҡҡа барып, ундағы медицина училищеһын тамамлаған ҡыҙ, ситтә тороп ҡалмайынса, тыуған яғына эшкә ҡайта һәм 1971 йылда Мораҡ үҙәк район дауаханаһы регистратураһында эш башлай. Бер аҙ ваҡыт үткәс, уны бер айға уҡырға киткән фельдшер урынына эшләп торорға тип, Һатлыҡ ауылына ебәрәләр. Башта ҡурҡа-ҡурҡа эш башлаһа ла, тиҙ арала халыҡтың ышанысын яулай, һуңынан хатта ауыл клубында йәштәр ҡуйған спектаклдә ҡатнашырға ла йөрьәт итә.
Һыу һөлөгөндәй ҡыҙ ауыл халҡының иғтибарынан ситтә ҡала буламы һуң инде?! Баҫҡан ерендә ут сәсрәткән дәртле егет булып танылған Дәүләтбай, башта уға яҡын килергә ҡыймаһа ла, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайын файҙаланып, йәш ҡыҙға яулыҡ бүләк итә. Дилбегәне ҡыҫҡа тота егет, бер нисә көндән яусы ебәрә. Шулай итеп, 1972 йылдың март айында Килсенбаевтар ғаиләһе барлыҡҡа килә.
Рәмзиә апайҙың 40 йылға яҡын хеҙмәт юлы үҙәк район дауаханаһы менән бәйле була. 1983 йылда уны күҙ табибы (офтальмология) кабинетына шәфҡәт туташы итеп күсерәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, йәғни 2009 йылға тиклем, нәҡ шунда тир түгә. Кешеләргә ихлас, алсаҡ белгесте пациенттар ҙа, элекке хеҙмәттәштәре лә оло хөрмәт менән иҫкә ала, һөнәри байрамдарында, Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөндә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай.
Башҡорт Һатлығы ауылында тыуып үҫкән Дәүләтбай ағай ҙа матур хеҙмәт юлы үткән: оҙаҡ йылдар Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ул да намыҫлы хеҙмәткәр булған, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ошо хаҡта һөйләй.
Донъя көтөү йылға кисеү түгел, тормош төрлөсә ҡоролған. Юҡты бар итеп, булмағанды булдырып, бергәләп матур өй һалып сығалар. Үҙҙәренә генә түгел, Рәмзиә апайҙың ата-әсәһенә лә, Дәүләтбай ағайҙың әсәһенә лә, улдарына ла йорт күтәрешергә ярҙам итәләр.
Әйткәндәй, күркәм пар өс балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған.
– Хәҙерге йәштәргә һүҙебеҙ шул: бер-береһенә ихтирам менән ҡарап, ҡәҙерләп йәшәһендәр, ата-әсәләренә терәк булһындар. Сәстәребеҙ сәскә бәйләнгәнгә ярты быуат үтеп тә киткән. Әммә ул 50 йыл 50 көндәй генә тойолдо, – ти Килсенбаевтар.
- Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА
Күгәрсен районы