Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 15:32

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер

Төбәктә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙҙы.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Иштуған һәм Һыртлан ауылдары халҡы туғандарын, дуҫтарын һәм яҡындарын  “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы. Сара Иштуған мәҙәниәт йорто музейы менән танышыуҙан башланды. Ауылдаштар тарихты һаҡлауға бик етди ҡарай. Хәҙер ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары тарихты китаптан уҡып ҡына түгел, ә көнкүреш әйберҙәре, элекке документтар аша белә ала. Музей экспонаттар менән көн һайын тиерлек тулылана.

Байрамдың икенсе өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Сараны асып ебәреү хоҡуғы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Әлмө­хәмәтовҡа һәм мәҙәни-ял үҙәге директоры Ләйсән Йәмилеваға бирелде. Аҙаҡ хеҙмәт династиялары бер-бер артлы сәхнәгә сыҡты. Тәү башлап хөрмәтле уҡытыусылар һүҙ тотто. Улар мәктәп тормошо тураһында һөйләне, үҙҙәренең уҡыусыларын иҫкә алды, ҡыҙыҡлы хәтирәләрен уртаҡлашты.

Өфө ҡалаһынан ҡунаҡтар күп ҡайтҡайны. Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының ойоштороу бүлеге мөдире Рим Әлмөхәмәтов, Башҡортостан дәүләт медицина университетының микробиология, вирусология кафедраһы доценты, биология фәндәре кандидаты Фәрзәнә Мысырғәлина һәм башҡалар ауылдарына һағынып ҡайтыуҙарын билдәләп, өлгәшкән уңыштары тураһында һөйләне.

Оҙаҡ йылдар буйы механизатор булып эшләгән Рафиҡ Әлмөхә­мәтов саҡырылған ҡунаҡтарҙың береһе ине. Совет ваҡытында үҙе менән бергә эшләгән алдынғы колхозсылар тураһында хәтирәләргә бирелде ул.

Аҙаҡ райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Асия Латипова иҫтәлектәрен уртаҡлашты. Уның хеҙмәт юлы Иштуған мәктәбендә башланған. Ул ошо коллективта абруйлы уҡытыусылар менән эшләп, тәжрибә туплаған һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан.

Сәхнәгә күтәрелгән һәр кем, ошо изге ерҙең, тыуған ауылдың үҙ тормошонда ниндәй роль уйнауы хаҡында бәйән итеп, рәхмәт әйтте, ауылдаштарын берҙәм, татыу һәм матур йәшәргә саҡырҙы. Бер-бер артлы йәш быуын менән ололар­ҙың сағыу бейеүҙәре, дәртле йырҙары яңғыраны.

 Балалар араһында үткәрелгән һүрәттәр конкурсында Азалия Ҡотлосурина, Рәмис Мөхәмәтшин, Ралина Мораҡаева, Элиза Мора­ҡаева, Әминә Фәтҡуллина, Элиза Мысырғәлина һәм Әминә Закирова бүләкләнде.

“Сәскәле урам” ярышында Һыртлан ауылынан Гөлназ Заманова – өсөнсө,  Диана Мырҙашева – икенсе, Зөлфиә Салауатова беренсе урынды яуланы. Иштуған ауылынан Фәриҙә Хәйруллина, Зөлфиә Хөснөтдинова, Эльфира Хөсәйеноваға маҡтаулы урындар бирелде. Сәскәләр күргәҙмәһендә Зифа Камалетдинова еңеүсе булды.

Байрамды үткәреү өсөн урын­дағы хакимиәт, мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәре, бағыусылар, ауыл халҡы күп көс түккән. Һәр кем хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан. Дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә генә ошондай матур байрам сараһы килеп сыға ла инде.

-  Гөлназ САЛАУАТОВА

 Мәләүез районы

Читайте нас