Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 15:51

Был паркты танымаҫтар әле!

Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифа­һын башҡарыусы Дамир Биктимеров – Үҙәк паркта.Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифа­һын башҡарыусы Дамир Биктимеров – Үҙәк паркта.
Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифа­һын башҡарыусы Дамир Биктимеров – Үҙәк паркта.

Дәүләкән районы – республикабыҙҙың иң матур төбәктәренең береһе. Район халҡының күп милләтле булыуы менән дә үҙенсәлекле. Уны башҡорт, урыҫ, татар, украин, сыуаш, мари, мордва, немец һәм башҡа милләт вәкилдәре төйәк иткән. Балҡантау һәм таҙа һыулы Асылыкүл кеүек тәбиғи ҡомартҡылары менән даны тирә-яҡҡа таралған район үҙәге Дәүләкән иһә республикабыҙҙың матур ҡалаларынан һанала. Ул йылдан-йыл үҙгәрә, матурая.

Районға эш сәфәре барышында Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте башлығы вази­фаһын башҡарыусы Дамир Биктимеров менән ҡала­лағы Үҙәк парктың үҙгәртеп ҡоролоуы хаҡында ла һөй­ләштек.

– Икенсе йыл инде бында төҙөлөш бара. Эшкә йәлеп ителгән аҡсаның 93 проценты – федераль, ике проценты – республика, биш проценты – урындағы бюджеттан. Бындағы сәхнә, амфитеатр һәм башҡалар дәүләкәндәрҙең һәм ҡунаҡ­тарҙың яратҡан ял урыны булыр, тип уйлайбыҙ, – тине Дамир Йондоҙ улы.

Үҙәк паркта төҙөлөш дауам итә. “Уңайлы ҡала мө­хитен булдырыу” төбәк проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында атҡа­рылған был эштәрҙе урын­дағы халыҡ ҙур ҡыҙыҡһы­ныу менән күҙәтә. Резина япмалы балалар майҙан­сығы, урам тренажерҙары, спорт менән шөғөлләнеү өсөн урын, эргәләге Балалар ижады йорто алдын­дағы уңайлы майҙан төрлө сағыу саралар үткәреү өсөн уңайлы урын буласаҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас