Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 15:28

Изге эштәр ҙә “йоғошло” була

Атанан күргән – уҡ юнған...

Резеда Шәңгәрәева фотоһы.Резеда Шәңгәрәева фотоһы.
Фото:Резеда Шәңгәрәева фотоһы.

Ауылда спорт менән шөғөлләнгән ғаиләләрҙең байтаҡ булыуы ҡыуандыра. Кемдер башлап юл ярырға, башҡаларҙы артынан эйәртергә лә тейештер, моғайын. Ҡаныҡай урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, ирекле көрәш буйынса тренер Илһам Ришат улының спортсылар ғаиләһе менән танышыу күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Һигеҙ йәшлек Исламдың һәм биш йәшлек Сафияның турникта төрлө күнегеү яһағанын, дүрт йәшлек Ильястың уларҙы  ҡыҙығып күҙәткәнен  күреп, бәләкәстәрҙең ныҡышмалылығына, түҙемле­легенә, етдилегенә һоҡландыҡ. Тренер атайҙың һәр һүҙен  тыңлап, ул өйрәткәнсә ҡабатларға, ошо йәштән ихтыяр көсөн эшкә егергә тырышҡан кескәйҙәрҙең  спортсы буласағына икеләнмәйбеҙ ҙә.

Илһам Ришат улы әйтеүенсә, көрәш һәм армрестлинг спорты технологиялары уҡыусының шәхесен үҫтереүгә ныҡ ярҙам итә. Үҙе мәктәптә уҡыған сағынан уҡ спортҡа ылыға, физкультура иң яратҡан дәресенә әйләнә. Йүгереү, хәрәкәтсән  уйындар ҡәнәғәтлек, шатлыҡ тойғолары уята үҫмерҙә.

Үҫә төшкәс, уның спорт менән нығыраҡ шөғөлләнгеһе, камиллаш­ҡыһы килә. Физкультура колледжында, аҙаҡ институтта  белем алғанда, армияла хеҙмәт иткәндә көрәш менән шөғөлләнеүен дауам итә. Туған мәктәбенә ҡайтып, уҡыусыларын да  спортҡа йәлеп итә башлай. Хәҙер уның тәр­биәләнеүселәре республикала үҙ ауырлыҡ үлсәмендә иң көслө көрәшселәр һәм армрестлерҙар рәтендә.

– Дәрестәрҙән тыш та күнекмәләр алып барам. Айыт урта мәктәбендә уҡыусылар менән шөғөлләнә башланым. Көрәште район күләмендә үҫтереү – ҙур хыялым. Балалар спорт залдарына теләп йөрөй, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. Тәрбиәләнеүселәрем бөтә кимәлдәге стипендиаттар, ГТО  нормаларын “алтын”ға тапшыра, – тип ғорурлана тренер уҡыусылары менән. – Ярыштарҙа ҡатнашып, тотош Башҡортостанды буйлайбыҙ, приздар яулайбыҙ. Район үҙәгендә айырым спорт секцияһы ойошторасаҡмын, ҡуртымға зал алдым. Ата-әсәләр яғынан да аңлау таптым, балаларҙы иҫән-һау үҫтереүгә, сәләмәт тормошҡа һәр саҡ ихтыяж бар. “Йөрөгән таш шымара” тигәндәй, төрлө ярыштарҙа көс һынау, тәжрибәле спортсылар менән аралашыу, “йомшаҡлыҡ­тарыңды” күреү бары файҙаға ғына. Баймаҡ, Хәйбулла, Ҡыр­мыҫҡалы, Дәүләкән, Өфө, Нефтекама тарафтарында үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, дип­ломдарға, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булдыҡ.

Тренерҙың эшкә тотонор алдынан үҙ аҡсаһына тренажер залын йыһазландырыуы, ярыштарға балаларҙы үҙе йөрөтөүе билдәле. Уҡыусыларын яратҡан, һәр береһе менән уртаҡ тел табып, күңелен аңлап эш иткән уҡытыусыға хөрмәт ҙур. Уның ҡулдары менән эшләнгән армрестлинг өҫтәле, джинсы тоҡҡа мамыҡ, иҫке кейем тултырылған манекен бар. Тимер-томор тапшырыу пунктынан герҙәр һатып алырға ла тура килгән. “Гел һоранып йөрөү килешмәй бит, ҡулдан килгәнде үҙеңә хәл итергә тура килә. Кәрәк-яраҡ алырға бағыусылар ҙа ярҙам күрһәтте. 15 мең һумға һатып алынған күп функциялы тренажер менән маҡтана алам”, – тип ул беҙҙе күрше бүлмәгә әйҙәне.

Зона ярыштарында еңеү яулағас, спортсыларға күнекмәләр өсөн матрас бүләк иткәндәр. Көрәш бәйгеһе өсөн  йомшаҡ келәмдән дә баш тартмаҫ ине спортсылар. Тренер һәр саҡ спортты үҫтереүҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған яҡташтарына, район хакимиәте етәкселәренә рәхмәт әйтә. “Беҙ бер командалай эшләйбеҙ, фекер алышабыҙ”, – ти ул.

Илһам үҙенә бәләкәйҙән көрәш “ене” ҡағылыуын атаһы Ришат Нариман улының  спорт менән мауығыуынан күрә. Әле лә атаһының саңғыла йәштәрҙән ҡалышмай йүгереүен, төрлө күнекмәләр эшләүен һөйләй. Һеңлеһе Азалияның армрестлинг буйынса Башҡортостандың ике тапҡыр чемпионы титулын яулауы, һигеҙ йәшлек Исламдың көрәш буйынса яҡшы күнекмәгә эйә булыуына ла сикһеҙ шат.

Уҡытыусы өсөн иң ҙур бүләк – тәрбиәләнеүселәренең ысын кеше булып үҫеүе, сәләмәт тормош алып барыуы. Ә бының өсөн яҡшы өлгөләр кәрәк. Һеңлеһе Азалияның һигеҙ йәштән армрестлинг менән шөғөлләнә башлауына ағаһы Илһам сәбәпсе, әлбиттә. Уйнап ҡына башланған шөғөл тора-бара ҡыҙҙың тормош мәғәнәһенә әүерелә. Тәүге ваҡытта спорттың был төрөн үҙләштереү анһат бирелмәй, дәрестән һуң тренажер залында ҡулдарҙы күнектереү, техниканы өйрәнеү өҫтөндә сәғәттәр буйы эшләргә тура килә. Ағаһының кәңәштәренә таянып, бер ни тиклем уңыштарға өлгәшә башлай. Дәртләнеп китеп, “Батыр” атлет-клубы секцияһына яҙыла. Район кимәлендә призлы урындарға лайыҡ була , ә 2019 йылда республика чемпионы  исемен яулай. Ошо уҡ йылда  “Батыр” клубы командаһы менән  Орелда Рәсәй  беренселегенә  үткән  ярышта алтынсы урынға сыға. Ул уҡыу менән спортты әле лә уңышлы дауам итә.

Аҫыл заттың ир-атҡа хас булған  холоҡ-фиғелде, сараларҙы, кейем-һалымды  үҙләштереүе хәҙерге заманда ғәжәп тә түгел, ә бына бары “ирҙәрҙеке” тип һаналған армрестлингты ҡатын-ҡыҙҙың үҙ итеүе, еңеүҙәр яулауы хайран итмәй ҡалмай. Спорттың был төрө “ҡулдарҙағы көрәш” тип аталһа ла, бында профессиональ техниканы белергә, мускулдарҙы яҡшы әҙерләргә кәрәк, ти Илһам Ришат улы. Әхмәтшиндәрҙең бәхетле ғаиләһенә яңы уңыштар һәм еңеүҙәр теләргә генә ҡала.

- Динә АРЫҪЛАНОВА
Бишбүләк районы

Читайте нас