Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 11:00

Көҙгө йәрминкәләр 34 районда үтәсәк

Баҡсаһында үҫтергән уңышты һәр кем һатыуға алып сыға ала.

Көҙгө йәрминкәләр 34 районда үтәсәкКөҙгө йәрминкәләр 34 районда үтәсәк
Көҙгө йәрминкәләр 34 районда үтәсәк

Бөгөндән республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә, бында ҡышҡылыҡҡа уңышты һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Башҡортостандың район һәм ҡалаларында 52 майҙансыҡ ойоштороласаҡ. Уларҙың адрестары менән Башҡортостандың Сауҙа министрлығы сайтында танышырға мөмкин: https://trade.bashkortostan.ru/presscenter/news/483013/.

Ял көндәрендәге йәрминкәлә һатыусы булараҡ ҡатнашырға теләүселәргә һылтанмаға баҫырға, ҡыҙыҡһындырған майҙанды табырға кәрәк. Йәрминкәгә сығып, һәр кем тауарын тәҡдим итә ала.

Автор фотоһы. 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас