Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 14:17

Ғүмәровтарҙың хеҙмәт стажы – 341 йыл!

Улар – Ер йөҙөндәге иң кешелекле һөнәр эйәләре.

ғаилә архивынан.ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы республикала “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” конкурсы ойошторҙо. Уның тәүге этабы 25 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итте. “Быуындар күсәгилешлеге” номинацияһында Ғүмәровтарҙың табиптар династияһы ла ҡатнашты.

Ғаилә башлығы Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы һәм уның хәләл ефете Фәрҙиә Ғәлийән ҡыҙының да, улдары Азат һәм ейәндәре Әғзәмдең дә, ҡыҙҙары Гүзәлдең дә, ошо татыу мөхиттә тәрбиә­лән­гән туғандары Айҙар менән уның ҡатыны Айгөлдөң дә ғүмерлеккә һайлаған һөнәрҙәре бер: улар Ер йөҙөндәге иң кешелекле профессия эйәләре – табиптар.

Баймаҡ районының Байым ауылында күп балалы Ғүмәровтар ғаиләһендә тыуып үҫкән кинйә улдарының табиптар династия­һына нигеҙ һаласағын Ишмөхәмәт ағай менән Кинйәбикә апай башына ла килтермәгәндер, моғайын. Ата-әсәнең бер теләге уртаҡ булыуы мәғлүм: кинйә улдарын уҡытып кеше итеү. Үҫмерҙең белем алыу маҡсаты ҙур була, тәбиғәттең ҡырыҫлығы ла, юлһыҙлыҡ та күрше ауыл мәктәптәренә йөрөп уҡыу өсөн кәртә була алмай.

Башҡортостан дәүләт медицина институтына уҡырға инә, интернатураны тамамлау менән Баймаҡ район дауаханаһына йүнәлтмә ала. Күп тә үтмәй, йәш балалар хирургын бүлек мөдире итеп тәғәйен­ләйҙәр. Өмөтлө, талантлы белгес дауахананың баш табибы вазифаһында байтаҡ эш башҡарып өлгөрә, учреждениеның матди-техник базаһын нығытыуға, ремонт эшләүгә, ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Йәш белгестең тормош юлында яҡшы күңелле, ярҙамсыл кәңәшсе-тәрбиәселәрҙең, педагогтарҙың осрап тороуы ла уның артабанғы тормошона ыңғай йоғонто яһай. Миңлеғәле Ишмөхәмәт улына балалар хирургияһына нигеҙ һалған уҡытыусы, ғалим, профессор Айытбай Әхмәт улы Ғүмәровтың шәкер­те булыу бәхете тейә. Уның етәксе­легендә 2003 йылда аҙ өйрәнелгән көнүҙәк темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

Баймаҡ районының баш табибы Г. Зөлҡәрнәевтең ярҙамсыллығын, булдыҡлы етәксе булыуын, ойоштороу һәләтен бөгөн дә юғары баһалап, уны йылылыҡ менән, юҡһынып иҫкә ала. “Беҙ бер-беребеҙҙе яҡшы аңлап эш иттек. Мин коллектив йөҙөнә, айырыуса хәстәрлекле, уңған етәксе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәү өсөн тырышып эшләй торғайным. Уның һәләк булыуын шәхси фажиғәм кеүек ҡабул иттем”, – тип хәтерләй Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы был хеҙмәт осорон.

2007 йылда уны райондың баш табибы итеп тәғәйенләйҙәр. Йәш етәксегә, кешеләрҙе дауалауҙан тыш, төҙөүсе һөнәрен дә үҙләш­терергә тура килә. Район дауа­ханаһы комплексын үҙгәртеп ҡороу­ға күп көс һалына. Ниһайәт, хеҙмәт­тәштәр уңайлы эш шарттарында халыҡҡа тағы ла сифатлыраҡ медицина ярҙамы күрһәтә башлай.

Етәкселек эшенән тыш, ул хирург хеҙмәтен дә ташламай, йәш белгестәргә консультация бирә, лайыҡлы алмаш әҙерләй. “Табип-хирург профессияһы бик үҙенсә­лекле, белемдән тыш, ҙур рухи һәм физик көс талап итә. Әгәр ҙә һин тәүлек әйләнәһенә тигәндәй эшләргә әҙерһең икән, тимәк, был һөнәр тап һинеке! Мин бындай ныҡышмал, ҡыйыу йәштәр менән эшләргә, тәжрибәмде уртаҡла­шырға һәр саҡ әҙер. Үҙем дә уларҙан өйрәнәм, энергия һәм дәрт алам”,– ти арҙаҡлы шәхес.

Булдыҡлы ирҙәр башҡарырға тейешле өс бурысты намыҫ менән күптән атҡарған уҙаман: бына тигән ҡунаҡсыл йорт һалған, гөрләп үҫкән баҡса булдырған, өс улына һәм ҡы­ҙына белем биреп, аяҡҡа баҫтырған. Балаларында табип һөнәренә ҡарата һөйөү тәрбиәләй алған атай кеше – Башҡортос­тан­дың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау отличнигы Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы ғаиләһе менән хаҡлы ғорур­лана. Тормош юлдашы Фәрҙиә Ғәлийән ҡыҙы – педиатр, юғары ка­тегориялы табип, Башҡортос­тандың һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡ­лау отличнигы, өлкән улы Азат – юғары категориялы хирург, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған табибы, ейәне Әғзәм дә хеҙмәт династия­һын уңышлы дауам итә. Ҡыҙҙары Гүзәл – кардиолог, республика кардиология диспансе­рының баш табибы урынбаҫары. Айҙар – һәләтле хирург, ҡатыны – педиатр.

Бөгөн ҙур хеҙмәт династия­һының уңыштары Миңлеғәле Иш­мөхәмәт улында, һис һүҙһеҙ, ҡәнә­ғәтләнеү тойғоһо уята торғандыр. Ғүмәровтар нәҫелендә 22 табип иҫәпләнә, хеҙмәт стаждары – 341 йыл! Хеҙмәт династияһының артабан да артыуына, тулыланыуына  бер ҙә икеләнмәйбеҙ, ейәндәре үҫеп килә бит.

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Баймаҡ районы

Читайте нас