

Гөлназ Ҡолһаринаның исеме республика йәмәғәтселегенә яҡшы таныш. Айырыуса уны балалар яҡшы белә һәм ярата, сөнки ул тап уларға тәғәйенләнгән, йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреү йәһәтенән иҫ киткес ҙур эш алып барған “Тамыр” балалар телеканалын етәкләй. Гөлназ Фәрит ҡыҙының ошо йүнәлештәге фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы менән билдәләнгән. Кисә 50 йәшен тултырҙы ул. Шуның 30 йылын Гөлназ Ҡолһарина “Тамыр”ҙа эшләй.
– Гөлназ Фәрит ҡыҙы, һеҙҙе студент саҡтан тырыш, маҡсатлы кеше тип беләм: яҡшы уҡыу менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуығыҙға, БДУ-ның “Ирәндек” ансамблендә бейеп, вокал студияһында шөғөлләнеп өлгөрөүегеҙгә, өҫтәүенә эшләп тә йөрөүегеҙгә һоҡлана инек. Был матур сифаттар, моғайын, һеҙ үҫкән ғаиләлә атай-әсәй тәрбиәһе менән һалынғандыр...
– Мин күп балалы ғаиләлә үҫтем, атай-әсәйем 11 балаға ғүмер бүләк итеп тәрбиәләп үҫтерҙе. Бәләкәй саҡҡа бәйле иҫтәлектәрҙе барлаһам, эргәмдә күберәк апайымдар, ағайымдар булыуын хәтерләйем. Атайым ғүмер буйы тракторсы булып эшләне, әсәйем сөгөлдөрсө ине. Ҡул араһына инеү менән ололарға хәлеңдән килгәнсә ярҙам итеү, нимәлер эшләү – ауыл балаһы өсөн ғәҙәти хәл. Мин дә шулай эш менән тәрбиәләндем.
– Мәктәп йылдарында, моғайын, тырыш, алдынғы уҡыусы булғанһығыҙҙыр...
– Эйе, мәктәпте ныҡ яраттым. Беҙгә шул тиклем шәп уҡытыусылар белем бирҙе. Математиканы яратып уҡыным, Сәлимә апаның алгебраһы иң күңелле дәрес булды. Геометрия, алгебраны әле лә яҡшы беләм, кәрәкһә, балаларыма ла аңлата, ярҙам итә алам. Быйыл улыбыҙ Урал төп дәүләт имтиханы тапшырҙы, бергәләп әҙерләндек.
Һигеҙ йыллыҡ ауыл мәктәбендә рус теленән дә төплө белем бирҙеләр. Уҡытыусыбыҙ Зөлфирә апа рус әҙәбиәте өлгөләре, шул осорҙағы мөхит менән яҡындан таныштырыу өсөн үҙенең туй күлдәген, башҡа төрлө матур кейемдәр алып килеп, Пушкин балы үткәрә торғайны. Башҡорт теленән Әҡсән абыйҙың дәрестәрен дә һағынып иҫкә алам, ул тел ҡағиҙәләрен шул тиклем системалы итеп, бер тәртипкә һалып уҡытты.
– Аңлашылыуынса, тел һәм әҙәбиәтте лә, теүәл фәндәрҙе лә яратып уҡығанһығыҙ. Уҡыу йортон һайлағанда нимәгә таяндығыҙ?
– Мин уҡыған Стәрлебаш районының Аллағыуат мәктәбе һигеҙ йыллыҡ булды. Ғәҙәттә, яҡшы уҡығандар – педагогия йәки медицина, насарыраҡ өлгәшкәндәр һөнәрселек училищеларына юллана ине. Мин артабан Салауат педагогия училищеһына индем. Был уҡыу йортонда ла көслө педагогтар Фруза Йәғәфәр ҡыҙы, Лариса Миәссәр ҡыҙы һ.б. ҡулында белем алып, башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәренә эйә булдым. Ленин стипендияһы алып уҡыным. Күмәк балалы ғаиләнән булғас, был аҡса минең өсөн ҙур ярҙам булды. Училищелағы математика уҡытыусым Маһиҙәр Шәрифулла ҡыҙы ла үҙ эшенең оҫтаһы ине, әммә тиҙҙән уға Салауаттан күсеп китергә тура килде. Әле лә уйлап алам, әгәр аҙаҡҡаса Маһиҙәр Шәрифулла ҡыҙының ҡулында уҡыған булһам, мотлаҡ математика йүнәлешендә китер инем.
– Һәм һеҙ БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетын һайланығыҙ...
– Эйе. Салауат педагогия училищеһында уҡыған йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаларында ҡатнашып, бер нисә йыл рәттән алдынғы урын яуланым. Шул нигеҙҙә БДУ-ға имтиханһыҙ уҡырға ҡабул ителдем.
– Белеүемсә, студент йылдарында уҡ “Тамыр” балалар студияһында эшләп йөрөнөгөҙ...
– Беренсе курста Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова эшкә саҡырҙы. Ул педагогия училищеһында уҡыған сағымда биргән интервьюмды күреп ҡалған. “Иләү” тапшырыуы өсөн өс сценарий яҙып килтерергә ҡушҡайны. Оҡшаттылар һәм, үҙем дә уйламағанда, бер көн эсендә эшкә төшөп, “Тамыр” хеҙмәткәре булып киттем.
– Балалар менән эфирҙа эшләү, улар ҡатнашлығында тапшырыуҙар әҙерләү ауырмы?
– Минең өсөн ауыр булманы. Һәр кемдең эсендә бала йәшәй һәм шуны, йәғни шул халәтте юғалтмағанһың икән, кескәйҙәр менән аралашыуҙың, эшләүҙең ҡыйынлығы юҡ. Ҡайһы бер өлкәндәр бәләкәстәргә әле үҫеп етмәгән, бер нәмә лә аңламаған йән эйәһе тип ҡарай. Ә ысынбарлыҡта бала – шундай уҡ кеше, һәм уға тиң итеп ҡарай белергә генә кәрәк. Бөгөнгө заманда улар менән эшләү – иң мәғәнәле хеҙмәттер, тигән ҡараштамын. Элегерәк яҡшы ғына эш хаҡы тәҡдим иткән, атамаһы матур яңғыраған төрлө вазифаларға саҡырыуҙар күп булды, әммә ундай тәҡдимдәр ниңәлер күңелемә ятманы. Шулай итеп, “Тамыр”ҙа ҡалдым, әммә быға һис тә үкенмәйем, сөнки ғүмерем бушҡа үтмәй, һәр көнөм бала күңелен үҫтереүгә, рухын нығытыуға йүнәлтелгән, ә был – яуаплы һәм сауаплы эш.
– “Тамыр”ҙың ҙур уңыштары, матур проекттары, еңеүҙәре тураһында яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Уларға нисек өлгәшәһегеҙ?
– Әлеге мәлдә “Тамыр” – Рәсәй кимәлендә танылған юғары профессиональ коллектив. Мин бер ваҡытта ла телевидениены балаларҙыҡына, ололарҙыҡына бүлмәйем, сөнки “Оло йортҡа ни кәрәк, кесеһенә шул кәрәк”, тиҙәр. Ижади йәһәттән дә, техник яҡтан да балалар телевидениеһы – шул уҡ эшмәкәрлек, шундай уҡ ҙур яуаплылыҡ.
Беҙҙә бик көслө, берҙәм режиссерҙар, мөхәррирҙәр, рәссамдар командаһы эшләй. Әсә кеше балаларының бурысты, шөғөлдө белеп, матур итеп башҡарыуына, дуҫ-татыу булыуына ситтән ҡарап ҡыуана бит, шуның кеүек мин дә хеҙмәткәрҙәремдең бер күс кеүек гөрләп, дәртләнеп, бер-береһенә ярҙам итеп эшләүенә ҡарап күңелем була, эстән генә шатланам да, ғорурланам да. Уларҙың һәр береһе – үҙ өлкәһендә профессионал. Ҙур сәхнәлә эшләү, концерттар ойоштороу, фильм-әкиәттәр төшөрөү буйынса Ләйсән Солтанғоловаға тиңдәр юҡ. Баш режиссерыбыҙ Әҙилә Һунарғолова техник йәһәттән дә, режиссура өлкәһендә лә бик көслө. Гөлсәсәк Игебаева, Альбина Йосопова – яңылыҡтарға асыҡ, заманса фекер йөрөткән режиссерҙар. Айгөл Бикбаева хәтәр дизайнер-рәссам булып үҫеп етте. Шулай уҡ Резеда Миндиярова, Гөлназ Ишемғолова, Гөлфиә Раянова, Зөлфиә Даянова, Рәзилә Салауатова кеүек тәжрибәле, 20-25-шәр йыл эшләгән мөхәррирҙәребеҙ бик ҡәҙерле миңә. Йәштәребеҙ ҙә ныҡ шәп. Яңы проектҡа тотонор алдынан үҙебеҙгә шундай һорау бирәбеҙ: “Быны балалар ҡараясаҡмы?” Башҡарған эшебеҙҙән кескәй кеше ниндәйҙер яңылыҡ алырға, уның күңеле үҫергә тейеш.
– Ә үҙ балаларығыҙға һеҙ ниндәй әсәй?
– Әллә... Һәйбәт әсәй булырға тырышам. Әлеге йәшемдән, әсәй булыу тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: бәләкәй баланың яҡшы атай-әсәйе булыу еңелерәк, ә инде үҫмерҙең, йәш егет йәки ҡыҙҙың улар ышанырлыҡ, иң терәрлек яҡын кешеһе булыу күпкә ҡатмарлы. Уның өсөн эшләргә – балаңдың ҡыҙыҡһыныуҙарын белергә, фекерен хөрмәт итергә, күңелен аңларға, ипләп кенә йүнәлеш бирергә кәрәк. Әлеге ваҡытта ҡыҙыбыҙ Гәлсәр – студент, улыбыҙ Урал – үҫмер егет. Мин уларға сама менән талапсан да, дуҫ та әсәй булырға тырышам. Әгәр нимәнелер дөрөҫ эшләмәүемде аңлаһам, ғәфү үтенә алам.
– Тормош юлдашығыҙ Зариф Байғусҡаров – билдәле кеше, дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. Өйҙә ил-йорт, донъя мәшәҡәттәре, сәйәсәт тураһында һөйләшәһегеҙме?
– Ҡайһы берҙә тик шул турала ғына һөйләшәбеҙ кеүек булып китә (көлә – автор). Сәй табыны артында оҙон-оҙаҡ донъя хәлдәре тураһында әңгәмәләшеп, кәңәшләшеп ултырабыҙ, ҡайһы саҡта бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Күптән сәй эсеп тороп киткән балаларыбыҙ беҙгә хатта көлөп ҡарап ҡуя.
– Ғаиләгеҙҙә ниндәй матур традициялар бар?
– Ял көнө ғаиләм йоҡонан тороуға ҡоймаҡ ҡойорға яратам. Зарифтың Мәскәүҙән йәки берәй ерҙән командировканан ҡайтыуына барыбыҙ ҙа яратҡан ҡамыр аштары бешерергә тырышам. Өйҙә ҡамыр ризығының еҫе сыҡһа, күңелгә нисектер рәхәт кеүек. Балалар бәләкәй саҡта һәр ял көнө уларҙы тәбиғәткә алып сыға, Башҡортостаныбыҙҙың матур урындары менән таныштыра торғайныҡ. Әле лә сәйәхәт итергә яратабыҙ.
– Һеҙҙе ғүмерегеҙҙең матур мәле – түңәрәк дата менән ҡотлап, һәр йәһәттән уңыштар, именлек-һаулыҡ теләйбеҙ!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА