

ХХI быуатта йәшәгән һәр кешелә тиерлек номофобия сире йәки кеҫә телефонһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡыу хисе осрай. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡулланыусыларҙың 70 проценттан ашыуы ошо бәйлелектән яфалана. Гаджеттар тормошобоҙҙоң бер өлөшөнә әйләнде, шул уҡ ваҡытта күптәр был ғәҙәттең ни тиклем хәүефле икәнен белмәй.
Нимә ул номофобия?
Был терминды тәүге тапҡыр 2008 йылда ошо феноменды өйрәнгән Британия ғалимдары уйлап тапҡан. Шуны ла билдәләргә кәрәк: номофобия ғәҙәти кеҫә телефонына бәйлелектән айырыла. Был ҡурҡыу смартфон булмаған саҡта кешенең кисергән юғары дәрәжәләге борсолоуына бәйле. Ғәҙәттә, шундай мәлдә кеше ғауғаға бирелә.
Психологтар әйтеүенсә, номофобия йышыраҡ яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡҡан арҡала тыуа. Оялсан һәм ҡыйыуһыҙ кешеләр виртуаль донъяла күп дуҫтар таба ала, шуға улар гаджеттар менән хушлашырға теләмәй. Телефонға тартылыуҙың төп сәбәбе – ҡәнәғәтлек алыу теләге. Смартфон ярҙамында кеше үҙенә ҡыҙыҡһынған контент таба, ул беҙҙең күпселек бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Алкоголизмдан ҡурҡынысыраҡ
Күптәр, номофобия – һаулыҡҡа бер ҙә зыян килтермәй торған ғәҙәт, тип уйлай. Әммә был ауырыу – күптән инде наркоманияға һәм алкоголизмға оҡшаған бәйлелек тип танылған. Смартфонһыҙ ҡалыу фобияһы психик ауырыуға әйләнеүе ихтимал, ул кешенең тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәттәренә һәм уның аңына кире йоғонто яһай.
Бигерәк тә номофобия балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең сәләмәтлеген зарарлай, уларҙың эмоциональ үҫешен боҙа. Тәү сиратта был социаль селтәрҙәрҙең яҡшы тормошто данлауы менән бәйле. Телефонда ваҡытты йыш үткәреү баланың үҙ баһаһын төшөрөүенә һәм үҙ-үҙенә ышанмауына килтерә. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһенә ярашлы, интернетҡа бәйле балалар, тиҫтерҙәре менән сағыштырғанда, ике тапҡырға йышыраҡ депрессиянан яфалана.
Шул уҡ ваҡытта смарт-ҡулайламаларҙы артыҡ файҙаланыу физик яҡтан кире эҙемтәләргә һәм күреү һәләтенең боҙолоуына булышлыҡ итә. Эксперттар әйтеүенсә, һуңғы тиҫтә йылдарҙа миопия йәки күрәшлек осраҡтары артҡан. Кире эҙемтәләр иҫәбенә шулай уҡ ҡолаҡсындарҙа музыка тыңлау сәбәпле, ишетеү һәләтенең насарайыуы, йоҡоһоҙлоҡ, тән торошоноң ҡаҡшауы ингән.
Психологтар кешенең эштә һәм өйҙә бурыстарын үтәүҙә ҡыйынлыҡтар килеп тыуғанда табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.
Донъяны солғап алған “ауырыу”
Смартфондар – көндәлек тормошобоҙҙоң бер өлөшө. Был хаҡта байтаҡ тикшеренеү һөҙөмтәләре лә раҫлай. Мәҫәлән, Бөйөк Британияла уҙғарылған интернет-һорау алыуға ярашлы, кешеләрҙең 66 проценты телефонын юғалтыуҙан йәки бәйләнешһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡа. Сағыштырыу өсөн улар дүрт йыл элек уҙғарылған һорау алыу һөҙөмтәләрен килтерә. Шунда яуап биреүселәрҙең 53 проценты үҙҙәренең телефонға бәйле булыуын хәбәр иткән. Элек ирҙәр смартфонһыҙ ҡалыуҙан йышыраҡ ҡурҡҡан булған, ә бөгөн иһә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 70 проценты бәйләнешһеҙ ҡалғанда борсолоу кисерә. Әммә ирҙәр йышыраҡ үҙе менән ике телефон йөрөтә.
Башлыса номофобиянан 18 – 24 йәшлектәр зыян күрә (77%), уларҙан һуң 25 – 34 йәшлек респонденттар (68%) һәм 55 йәштән өлкәндәр килә.
Бәйлелектең көсәйеүен булдырмаҫ өсөн психологтар ваҡытты йышыраҡ смартфонһыҙ үткәрергә кәңәш итә, шуға күрә мөмкин булған урында уны башҡа шөғөлгә алмаштырыу мөһим. Смартфонда әҫәрҙәр уҡыуҙан баш тартырға һәм баҫма китаптарға күсергә кәрәк. Шулай уҡ ваҡытты белеү өсөн ҡул сәғәтен тағырға кәңәш ителә.
Гүзәл ӘМӘКӘСОВА, студент:
– Телефонымды уҡыған саҡта мәғлүмәт эҙләү өсөн тотонам. Дуҫтарым менән дә йыш ҡына аралашырға кәрәк, шуға смартфон минең өсөн бик мөһим. Бөгөнгө йәштәрҙе музыкаһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр, гаджет аша интернетта күңелгә ятҡан йырҙарҙы табыуы уңайлы. Мин үҙем уҡырға яратам, ә китап һәр ваҡыт ҡул аҫтында булмағанда, электрон ҡулайламалар ярҙамға килә.
Зимфира ҒИМАЛЕТДИНОВА,уҡытыусы:
– Телефонды үҙем эшләгәндә һәм туғандарым менән аралашҡанда ғына ҡулланам. Әммә эштә лә миңә йыш ҡына смартфон кәрәк, сөнки уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәһе менән даими бәйләнештә булырға тура килә. Шулай уҡ дистанцияла уҡыу шарттарында гаджеттар менән яҡшыраҡ таныштым, сөнки уларһыҙ бөгөнгө белем биреү системаһын күҙ алдына килтереп булмай.
- Гөлназ ҮТӘГӘНОВА