

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт йортонда "Сәскәләрҙән ҡылдым тамаша" тип аталған Сәскәләр байрамы үткән.
Был көндә мәҙәниәт йортоноң фойеһын күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән гөлләмәләр, композициялар өҫтәлдәрҙе биҙәгән. Гөлләмә алып килгән һәр кем үҙенең яратҡан сәскәләре тураһында һөйләгән, һүрәт төшөрөп, шиғыр ятлап, мәҡәл-әйтемдәр әйтеп, сәскәләр йондоҙнәмәһе менән таныштырған. Байрамда ярыш-уйындар ҙа ойошторолған. Сарала ҡатнашыусылар сәскә исемдәре ҡушылған йырҙар башҡарып, бейеүгә лә төшкән. Күҙҙәрен бәйләтеп сәскәнең исемен еҫенән генә асыҡлағандар.
Конкурстың һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Миңзәлә Билалова яулаған.
Күршеләренән Ивановка ауылы халҡы ла ҡалышмаған. Ивановка ауылы мәҙәниәт йортонда "Ысын дуҫлыҡ рецебы!" исеме аҫтында Уңыш байрамы үткән, унда был осорҙа күҙҙе ҡыуандырған емеш-еләк, йәшелсә һәм сәскәләр күп төрлөлөгө күрһәтелгән. Байрамға баҡсасылар, Ивановка һәм Атингән ауылдарынан сәнғәт һөйөүселәр бергә йыйылған. Йола буйынса, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы "Көҙ" батшабикәһе һәм уның ҡыҙы Сөмбөл яңы ризыҡтар менән ҡаршылаған.
Байрам экспозицияһы - ике ауыл вәкилдәренең баҡса уңыштарын һәм төрлө ҡул эштәрен ҡарауҙан башланған. Байрам хужалары ҡулға-ҡул тотоношоп һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итеп әйлән-бәйлән уйнаған, күңелле йыр-бейеүҙәр яңғыраған, ҡатнашыусылар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы ятлаған, халыҡ уйындарын уйнаған, көҙ тураһында шиғырҙар уҡыған.
Көҙгө байлыҡҡа дан йырлаған, уның мул уңышына һөйөндөргән, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә һоҡландырған саралар барыһының да күңеленә оҡшаған.
Фото һәм текст сығанағы: "Хәйбулла хәбәрҙәре" сайтынан.