Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 15:29

“Себерҙән ҡайтҡаныма үкенмәйем”

Тыуған яҡта еләк үҫтерә ул хәҙер.

Резеда Шәңгәрәева фотоһы.Резеда Шәңгәрәева фотоһы.
Фото:Резеда Шәңгәрәева фотоһы.

Бишбүләк районының был уңған егете менән ҡайнар йәй көндәренең  һүрәнәйә төшкән мәлендә таныштыҡ. Көҙгө муллыҡҡа аяҡ баҫҡан  күңелле осор.  Еләк үҫтергән эшҡыуар Булат Ноғомановтың  плантацияларҙан уңышты йыйып алып, табышты барлар һәм киләсәккә пландар ҡорор сағы.

25 йәшлек егеттең ең һыҙғанып, күптәр баҙнат итмәгән еләк-емеш үҫтереүгә ихлас тотоноуы ҡыҙыҡһын­дырҙы. Баҡһаң, ул ошо ваҡыт эсендә  үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға өлгөргән. Ғаиләһенә ярҙам итеү теләге менән  алыҫ Себер тарафтарына юлла­нып, төрлө һөнәрҙәр үҙләштереп йөрөгән. Тәүге балаһының донъяға килеүе, яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар, йорт йылыһы егетте Бишбүләккә тарта. Пландар ҙа юҡ тү­гел, ер, үҫентеләр  алып, еләк план­та­цияһы булдырыу уйы тынғы бирмәй уға.

Беҙ – эшҡыуарҙың тотош  баҡса еләге ҡаплаған баҫыуында. Теплица ҡорған, һыу һиптереү системаһы эшләнгән. Беседка эсендә бер төркөм ҡатын-ҡыҙ үҫентеләрҙе аралап, тәртипкә килтерә. “Уңыш йыйған осорҙа егермегә яҡын кешене эшкә йәлеп итергә тура килә, әле биш-алты ҡатын-ҡыҙ ярҙам итә, – ти Булат Нәзиф улы. – Быйыл уңыш юғары булды, шуға кәйеф тә күтәренке. Тырышлыҡтан тыш, быға һауа шарттарының уңайлы булыуы ла сәбәпсе. Көҙгөһөн дә  мәшәҡәттәр күп, йәйге ҡыҫҡа миҙгелгә хәҙерҙән әҙерләнергә кәрәк”.

Булат Ноғоманов быйыл  “Агростартап”  программаһында  ҡатнашып, хужалығын үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу маҡсатын алға ҡуйған.  Һөҙөмтә яҡшы: грант аҡсаһына мини-трактор, ҙур һыуытҡыс алғандар.

Егет “оҙон” аҡсалы, ымһындырғыс Се­бер­ҙе ташлап Ҡаныҡайға әйләнеп ҡайтҡанына үкенмәй. Бик ҡыҫҡа ғына осорҙа табыш алыу мөмкинлеге биргән еләкселек тармағын камиллаштырыу өсөн йыл әйләнәһенә хәстәрлек күреү кәрәклеген дә яҡшы  аңлай. Ҡояшлы көндәр һәм уңыш мул булыуы ғына аҙ, уны мәлендә йыйыу  һәм һатыуҙың сослоҡ, йылғырлыҡ талап итеүе билдәле.

Лилиә һәм Булат  Ноғомановтарҙың  тәүәккәллек менән башлаған ғаилә бизнесы башҡаларҙы ла дәртләндерер,  эшҡыуарлыҡтың төрлө  йүнәлештәрен һайларға көс-ҡеүәт бирер, тип уй­лайбыҙ.

- Д. ҒӘБДРӘХИМОВА
Бишбүләк районы

Читайте нас