Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 09:00

Таныш булығыҙ: "Умка"

Республика Башлығы үҙебеҙҙең етештереүселәр менән таныштыра.

Таныш булығыҙ: "Умка"Таныш булығыҙ: "Умка"
Таныш булығыҙ: "Умка"

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы рубрика асыуы тураһында белдерҙе.

“Бөгөн #ПродуктБашкортостана тигән яңы рубрика асам. Үҙебеҙҙең урындағы етештереүселәр – ошо проект дипломанттары хаҡында йышыраҡ һөйләрмен.

10 йыл тиерлек “Башҡортостан продукты” республика һәм Рәсәй баҙарҙарында Башҡортостан предприятиеларының продукцияһына булышлыҡ итә, уларҙы таныта. Әле унда 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы – төрлө тауарҙар етештереүселәр. Шуларҙың береһе менән таныштырам.

Өфөнән “Умка” компанияһы – ғаилә бизнесы миҫалы. Бына 20 йыл инде предприятие балалар өсөн һәләтте үҫтереү ҡорамалдары, йомшаҡ модулдәр, махсус йыһаз, сенсор бүлмәләре һәм балалар баҡсалары өсөн ҡорамалдар етештерә. Бөгөн бында 14 кеше эшләй.

Компанияны Майя Әбделәхәт ҡыҙы Крепановская ойошторған. Ул 17 йыл мәктәптә уҡытҡан һәм бына байтаҡ ваҡыттан һуң – яҙмышында киҫкен боролош, үҙенең компанияһы һәм үҙенең бизнесы.

Майя Әбделәхәт ҡыҙы әхирәте менән ҡала транспортында заказсылар өсөн модулле конструкторҙар тултырылған ҙур-ҙур сумкаларҙы ташығанын хәтерләй. Балалары ла йыш ярҙам итә. Әхирәттәр бәләкәй генә килешеүҙәргә лә ҡыуана һәм Өфөләге һәр балалар баҡсаһының улар хаҡында хәбәрҙар булыуы тураһында хыяллана. Шулай килеп сыға ла. Предприятие продукцияһын яратып ҡулланғандар Өфөлә генә түгел, ситтә лә бар. Үҙенсәлекле балалар өсөн дә айырым ҡорамалдар йыйылмаһы эшләйҙәр.

Проект тураһында ла әйтеп үтәйем. “Башҡортостан продукты” һатыу даирәһен киңәйтергә, етештереү күләмен арттырыуға, һатып алыусыларҙың урындағы тауарҙарға ҡыҙыҡһыныуын һаҡларға булышлыҡ итә. Унда ҡатнашыу бушлай. Ентеклерәк мәғлүмәтте http://productrb.ru сайтынан алырға мөмкин”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Таныш булығыҙ: "Умка"
Таныш булығыҙ: "Умка"
Таныш булығыҙ: "Умка"
Таныш булығыҙ: "Умка"
Таныш булығыҙ: "Умка"
Таныш булығыҙ: "Умка"
Таныш булығыҙ: "Умка"
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас