Йәмғиәт
17 Сентябрь 2022, 15:30

Беҙҙең батальондар алышҡа инде

Радий Хәбиров: "Махсус хәрби операция биләмәһенә минең кәңәшсем юлланды. Ул яугирҙәр менән бәйләнештә буласаҡ, нимә барғаны тураһында мәғлүмәт еткереп торасаҡ".

Беҙҙең батальондар алышҡа индеБеҙҙең батальондар алышҡа инде
Беҙҙең батальондар алышҡа инде

Бөгөн, 17 сентябрҙә, Шишмә районында республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, имам Хәмзә хәҙрәт Хафизов һәм протоиерей Виктор Иванов менән осрашты. Дин әһелдәре “Патриот” хәрби-патриотик паркынан хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн махсус хәрби операция барған биләмәгә юл алды.

Республика Башлығы уларға уңыштар теләне һәм Башҡортостан хәрбиҙәренә яҡындарынан, туғандарынан сәләм еткерҙе.

“Беҙҙең батальондар алышҡа инде. Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһенә минең кәңәшсем юлланды. Ул яугирҙәр менән бәйләнештә буласаҡ, нимә барғаны тураһында мәғлүмәт еткереп торасаҡ. Беҙҙең батальондарға ниҙәр кәрәклеген белеп тороу мөһим. Беҙ уларға көҙгө кейем комплекттары әҙерләнек. Ылауҙы мин үҙем оҙатып барырға йыйынам. Әлбиттә, хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән бәйләнештә буласаҡбыҙ. Беҙҙең яугирҙәр үҙҙәренең яҡындарын, туғандарын республика һәр ваҡыт хәстәрләп тора икәнлеген белергә тейеш”, – тине Радий Хәбиров.

Фото һәм сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/157725.html

Автор:Римма Султанова
Читайте нас