

Бөгөн республиканың һәр район һәм ҡалаһында йәрминкәләр ойошторолдо. Өфөләр, ғәҙәттә, Спорт һарайы майҙаны алдына килергә күнеккән. Иртәнсәктән бында сауҙа гөрләне.
Быйыл һауа торошо баҡсасыларҙы һынаһа ла, уңыш мул булды. Быны йәрминкәнең рәттәре араһынан үткәндә күрергә мөмкин: картуф, һуған-һарымһаҡ, ҡабаҡ, алма, бал, көнбағыш майы һәм башҡаһы. Йәнең теләгән йәшелсә-емеште алырға була ине. Бүздәк, Шишмә, Өфө, Иглин, Кушнаренко райондары вәкилдәре үҙ тауарын тәҡдим итте.
Йәрминкәлә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ғына түгел, шәхси хужалыҡ тотоп, артҡанын сығарып һатҡандар бихисап. Мәҫәлән, Рәмилә менән Фуат Кәбировтар Бүздәк районынан килгән. Уларҙың ихатаһы эргәһендә 15 сутый ер бар. Буш урын юҡ.
"Йәшелсә-емеште күберәк ултыртырға тырышабыҙ. Кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр көҙ бик үтемле. Кишер менән сөгөлдөрҙөң хаҡы 45 һумдан төшмәй. Отошло килеп сыға. Бынан тыш, баҡсабыҙҙа үҫкән алма, сливаларҙы йыйып алып килдек. Ҡала халҡы ауылда йәшәгәнебеҙҙе белеп, яратып ала. Йыл һайын йәрминкәне көтөп алабыҙ. Хәләл көс түгеп үҫтергән уңышты һатып, бер аҙ аҡса эшләп ҡалабыҙ", - ти уңған хужабикә.
Кәбировтар эргәһендә Шишмә районынан килгән Артур Ғәлин урын алған. Ул бөгөн ҡала халҡына картуф тәҡдим итте.
"Бынан бер нисә йыл элек картуфтың орлоғон алмаштырып, хәҙер шуның файҙаһын күрәм. Үҙебеҙҙең ихатала ун сутый ер бар, олатай-өләсәйем олоғайҙы, уларҙың еренә сәсәм. Бик һәйбәт уңыш алдыҡ. Былтырғы менән сағыштырып булмай. Бер тоҡ картуфты 1200 һумға һатам. Әлбиттә, оло йәштәгеләр килеп һораһа, хаҡын төшөрәм. Хатта алып барып та ҡуям. Миңә ҡыйын түгел, уларға - ҡыуаныс. Бөгөн бында килеп торған өсөн аҡса алманылар. Һәр яҡлап отошло. Ун тоҡ картуф һаттыҡ та инде. Икенсе аҙнала тағы килергә иҫәп бар", - ти Артур.
Өфө районынан килгән уңған хужабикә Вероника Латипова һарымһаҡ, һуған үҫтереү менән шөғөлләнә.
"Кемгә нисектер, миңә ошо шөғөл ныҡ оҡшай. Ауылда утыҙ сутый еребеҙ бар. Шунда һарымһаҡтың өс, һуғандың ике төрөн үҫтерәм. Икеһенең дә хаҡы һуңғы бер нисә йылда төшкәне юҡ: һарымһаҡ - 250, һуған 70 һум. Мине бында таныйҙар хәҙер. Йыл да килгәс, белеп торалар. Йәй буйы бил бөгөп үҫтергән уңышты һатып ебәреп, өҫтәмә килем алыу бер кемгә лә ҡамасауламай. Минең тауарым тап-таҙа, шуға тиҙ һатылып бөтә", - ти Вероника. Әйткәндәй, мин унан көҙ ултырта торған һуған алдым. Мул уңышҡа өмөт итәм. Маҡтап-маҡтап бирҙе. Һынап ҡарайбыҙ инде бына!
Ямғырға күшеккән йәш кенә студент ҡыҙ – Анна Щербакова. Уның олатаһы - Нуриман районы умартасыһы. Анна иһә балауыҙҙан шәмдәр эшләү менән мауыға. Күҙҙең яуын алып торған шәмдәрҙән бал еҫе аңҡып тора. Ҡыҙҙың ихлас йылмайыуы һәм бик үҙенсәлекле шөғөлө йәрминкәгә килгән халыҡты ылыҡтырҙы. Шәм алыр өсөн сиратҡа баҫырға тура килде.
“Бөрө алмалары” иһә был майҙандың төп байлығы булғандыр. Тип-тигеҙ итеп алланып бешкән алмаларҙың бер биҙрәһе - ни бары 50 һум. Оҙаҡ һаҡланған емеште халыҡ күпләп ала. Алмаларҙы Бөрөнән Алһыу менән Рифат Шәрхиевтәр килтергән.
"Бер машина алма алып килдек, төшкә тиклем яртыһын һатып бөттөк инде. Хаҡы “тешләшмәй”, сифаты ла бына тигән! Ҡала кешеһенә бындай алма танһыҡ", - ти Алһыу. Был ысынлап та шулай. Магазинда алманың хаҡы бер килоһына кәм тигәндә 50 һум булһа, бында бер биҙрәне шул хаҡҡа алаһың.
Иглин районынан килгән бәшмәкселәрҙе лә телгә алып китке килә. Иртән генә йыйылған аҡ бәшмәкте магазиндағынан күпкә осһоҙораҡ һатҡанғамы, әллә бшмәктәре ымһындырып торғанғамы халыҡ күпләп алды. Июлдә генә эш башлаған йүнселдәр йәрминкәгә беренсе тапҡыр сыҡҡан.
"Бындай уңышҡа өмөт итмәгәйнек. Кеше өҙөлмәй. Тауарыбыҙ сифатлы, шуға алыусылар күп", - тип шатлана Александра.
Һатыусылар хәләл көс менән етештерелгән тауарын уңышлы һатып ҡыуанһа, һатып алыусылар, киреһенсә, яңы ғына йыйылған, үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш алып кинәнде. Әлбиттә, йәрминкәгә йөрөүселәрҙең күбеһе оло йәштә булыуы ла күҙгә салына.
"Спорт һарайы алдындағы йәрминкә, бәхеткә күрә, беҙҙең йорт эргәһендә генә үтә. Йыл да уны түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Ҡабаҡ, картуф, һуған, кишер-сөгөлдөр – барыһы ла бар. Емеш-еләген дә ошонан алабыҙ. Бер ваҡытта ла ризаһыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ. Хаҡтар ҙа "тешләшмәй", һөйләшһәң, егеттәр фатирға тиклем алып барып та ҡуя. Күптәрен танып бөткәнбеҙ. Әле йәшелсә-емеш йәрминкәләренән һуң бал һәм иттеке башланасаҡ. Уларында ла беҙ йыш ҡунаҡ", - ти Зарифа менән Хәтмулла Шакировтар. Улар быйыл 76 һәм 78 йәшен билдәләгән. Быға тиклем баҡсалары булған, әммә олоғайғас, эшләп йөрөп булмай. Әле етәкләшеп, бер-береһенә терәк булып йәрминкә гиҙеп йөрөүҙәре - улар өсөн үҙе байрам.
Бер аҙ ямғыр ҡамасаулаһа ла, йәрминкәнән күтәренке кәйеф менән ҡайттым. 1 250 һумға ғына багажникты тултырҙым: Баймаҡ ҡымыҙы, бәшмәк, груша, алма, сәскә үҫентеләре... Көҙҙөң мул уңышы барыһына ла етә!
Автор фотолары.