Йәмғиәт
17 Сентябрь 2022, 14:30

"Өләсәйемде ерләргә ярҙам итегеҙ"

Һылыу ҡыҙға ышанып, ирҙәр шунда уҡ аҡса күсерә башлай һәм... 

"Өләсәйемде ерләргә ярҙам итегеҙ""Өләсәйемде ерләргә ярҙам итегеҙ"
"Өләсәйемде ерләргә ярҙам итегеҙ"

Интернетта шундай йөкмәткеле яҙыу күргән кешеләр, ышанып, ҡыҙға аҡса ебәрергә ашыға.

Бер фото арҡаһында ғына мут ҡыҙ 67 ирҙе төп башына ултыртып, байтаҡ аҡсаға эйә була. Елена мәктәпте тамамлағас, бер ойошмаға секретарь булып эшкә урынлаша. Хеҙмәт хаҡы әҙ түләнә, шунлыҡтан ҡыҙ аҡса эшләүҙең икенсе ысулын уйлай һәм уны тормошҡа ашыра башлай.

Бер көн өләсәһе йоҡлаған саҡта ул үҙен ҡайғылы ҡиәфәттә фотоға төшөрә. Унда артҡы планда простыня ябынып кемдер ятҡаны ла күренә.

Елена интернетта ир заттары менән таныша башлай, һәм бер нисә көн ныҡ ҡына яҙышҡас, уларға һөйөклө өләсәһенең үлеүе тураһында хәбәр еткерә.

Шул сәбәпле мәрхүмәне ерләү эштәрендә матди ярҙам кәрәклеге тураһында ла аңғарта. Әлбиттә, битараф булмаған кешеләр уға ярҙам йөҙөнән аҡса күсерә, ә ҡыҙ уны ҡулға төшөрөү менән, билдәле инде, юҡҡа сыға, телефонын һүндерә.

Был хәл 2019 йылдың сентябренән 2021 йылдың апреленә тиклем дауам итә. Егермеләп ҡалалағы ир заты был матур ҡыҙҙан шулай алдана һәм уның исемлегенән төшөп ҡала бара. Дөйөм зыяндың күләме - 2,3 миллион һум тирәһе.

Интернет аша осраҡлы танышлыҡтан ошо тиклем аҡса йыйып ала мут ҡыҙ. Әммә ике йылдан һуң булһа ла уның был ҡырын ҡылығы хоҡуҡ һаҡсыларына билдәле булып, енәйәт эше асыла. Әле хәбәр ителеүенсә, алдаҡсы ҡыҙҙы өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итергә тигән хөкөм ҡарары сығарылған.

Фото: russia-today.net

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас