

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың йыйылма командаһы X “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионатында уңышлы сығыш яһаған.
Биш алтын, ун көмөш, ун бронза миҙал, 32 медальон. Һәм йыйған мәрәй һәм миҙалдар иҫәбе буйынса Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урын. Башҡортостандың йыйылма командаһының X “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионатында ҡатнашыу һөҙөмтәһе шундай.
Ярыштар Мордовияның баш ҡалаһы Саранскиҙа 8 – 12 сентябрҙә үтте. Еңеү өсөн 1000 студент һәм уҡыусы, шулай уҡ 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр көс һынаша. Чемпионатта ҡатнашыусылар бик көслө, конкуренция ҡаты, шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең команда яҡшы сығыш яһай. Афарин!
Ҡыйыҡ ябыу эштәрендә, идаралыҡты документтар менән тәьмин итеүҙә, архив эшен алып барыуҙа уларға тиңләшеүселәр булмай. Фармацевтика, видеоетештереү, инженер дизайнерлығы, эске хәүефтән корпоратив һаҡлау, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм башҡа компетенцияларҙа оҫталыҡ күрһәтәләр.
Еңеүселәрҙе, призерҙарҙы, уларҙың остаздарын уңышлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ. Яңы уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.