Йәмғиәт
17 Сентябрь 2022, 17:45

“Патриот” паркы үҫтереләсәк

Унда тағы ниҙәр булдырыу ҡаралған?

“Патриот” паркы үҫтереләсәк“Патриот” паркы үҫтереләсәк
“Патриот” паркы үҫтереләсәк

17 сентябрҙә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Патриот” паркын үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

Хәрби-патриотик парк директоры Александр Старшинин 2022 йылдың аҙағына ҡунаҡхананың төҙөлөп бөтәсәге тураһында белдерҙе. Бынан тыш, төҙөлөштөң икенсе сираты өсөн коммуникациялар һәм инженер селтәрҙәре урынлаштырыла. 2024 йылда “Патриот” биләмәһендә конгресс-үҙәк, мәсет, ат спорты һәм атыш майҙандары, музей-күргәҙмә экспозицияһы өсөн павильондар барлыҡҡа киләсәк.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар транспорт бәйләнеше, “Геройҙар уҙышы” трассаһы инфраструктураһы үҫеше, төҙөкләндереү мәсьәләләрен ҡараны.

Төбәк Башлығы пилотһыҙ авиация үҙәге өсөн майҙан әҙерләй башларға ҡушты һәм ҡыш көнө паркта һырғалаҡ булдырырға тәҡдим итте. Шулай уҡ “Партизан ауылы” комплексы төҙөлөшө менән танышты.

– “Патриот” паркы – йыл әйләнәһенә эшләгән учреждение. Беҙ бында райондарҙан егеттәрҙе йыйып, башланғыс хәрби әҙерлек уҙғарасаҡбыҙ, патриотик тәрбиә менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Әбиттә, улар “Геройҙар уҙышы” үтәсәк. Был бик яҡшы тарих һәм уны дауам итергә кәрәк. Беҙҙең бурыс – халыҡ бында илһөйәрлек рухын нығытырға, хәрби техника менән танышып, партизан ауылы буйлап йөрөп, ял да итергә тейеш, - тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/157719.html

Автор:Римма Султанова
Читайте нас